АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Сентябрь 2022, 15:55

КОНКУРСТАН СИТТӘ ҠАЛМА!

Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһы халыҡ ижады үҙәгендә Нәҡшбәндиә тәриҡәте Шейхы Ғабдулла Сәиди Нурмөхәмәтовтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған “Башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау” исемле республика фәнни-ғәмәли конференция үтә. Ошо айҡанлы конкурс эштәре ҡабул ителә.

Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылы, Башҡортостанда мәҙәниәт һәм рухиәт йылы сиктәрендә күренекле мәғрифәтсе, сәсән, замананың бөйөк аҡыл эйәһе, дин әһеле, Шәйех Ғабдулла Сәиди Нурмөхәмәтов ижадына арналған балалар һәм өлкәндәр араһында төбәк-ара бәйге
ПОЛОЖЕНИЕҺЫ.
Бәйгенең маҡсаты:
- Башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау;
- халҡыбыҙҙа, балалар араһында бөйөк шәхестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятыу, уны артабан өйрәтеүгә ылыҡтырыу;
- туған телебеҙгә һөйөү, нәфис һүҙ оҫталығын, мөнәжәт жанрын үҫтереү;
- балаларҙа һүрәт төшөрөү оҫталығын үҫтереү;
- халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына фольклорына һөйөү тәрбиәләү.
Бәйгенең шарттары:
1. Бәйге өс категорияла ойошторола:
а) 1-5 синыфтар;
б) 6-11 синыфтар;
в) өлкәндәр
2. өс номинацияла:
- мөнәжәт – (яңғыҙ һәм ансамбль башҡарыу);
- шиғыр (нәсихәттәр);
- дини темаға һүрәт төшөрөү.
Бәйгенең талаптары:
1. Бәйгеселәр видеоға ҡушып исем-шәрифтәрен, йәшен, йәшәгән урынын яҙып, “Бәйләнештә”(“Вконтакте”) селтәрендә асылған төркөмгә “Габдулла Саиди Ишан...” (https://vk.com/gabdullasaidi ) ҡуйып барырға һәм #ГабдуллаСаидиИшан185йыл һылтанмаһын күрһәтергә тейештәр.
2. Һәр бәйгесегә 5 минут ваҡыт бирелә.
3. Монтажланған, шулай уҡ башҡа конкурстарға ебәрелгән видеояҙмалар ҡабул ителмәй, телефонға горизанталь рәүештә сифатлы төшөрөлгән видео булыуы мотлаҡ.
Баһалау критерийҙары:
а) сығыштың ятланған булыуы;
б) башҡарыусының актёрлыҡ, телмәр оҫталығы;
в) дини кейемдең тура килеүе;
г) һәр сығыштың йөкмәткеле, мәғәнәле булыуы;
д) видеояҙманың сифатлы булыуы.
Бәйге эштәренең тамамланыу ваҡыты 10 сентябрь. Эштәрҙе баһалама ағзалары ҡараясаҡ. Һайлап алыу турын үтеүселәр 14 сентябрь финалға Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһына саҡырыласаҡ.
Бөтә талаптар теүәл үтәлеп төшөрөлгән видеояҙмалар ғына ҡараласаҡ. Еңеүселәр 16 сентябрь халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаясаҡ.
Белешмә өсөн телефон: 8937 841 47 50
Ойоштороу комитеты.

***Конференция ҡасан үтәсәген «Бәйләнештә»ге төркөмдәрендә әйтәсәктәр.

Автор:Резеда Валиева