АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Август 2022, 09:20

МИЛЛИ КЕЙЕМ ТЕГӘҺЕҢМЕ? РӘХИМ ИТ!

Республикабыҙҙа «ТАМҒА» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының конкурсын уҙғарыу күркәм йолаға әүерелә бара. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

МИЛЛИ КЕЙЕМ ТЕГӘҺЕҢМЕ? РӘХИМ ИТ!
МИЛЛИ КЕЙЕМ ТЕГӘҺЕҢМЕ? РӘХИМ ИТ!

«Тамға» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Унда оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү буйынса ательелар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.

«БАШИНФОРМ» хәбәр итеүенсә унда төрлө номинация буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк:

«Башҡорт халыҡ кейеме– реконструкция»

«Заманса автор костюмы»

«Балалар кейеме – реконструкция»

«Башҡорт милли биҙәүестәре»

«Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары».

Сара өс этапта ойошторола: 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғаризалар ҡабул итеү, икенсе этап – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау, 15-17 сентябрҙә эштәрҙе күрһәтеү. Өсөнсө этап – конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү – 2022 йылдың 14 декабрендә.

Ғаризаны  «Тамға 2022. _______ номинацияһы» тигән билдә менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (961)046-23-56, 8 (347) 289-66-47.

Тулыраҡ:https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-08-08/tam-a-bash-ort-milli-keyeme-o-talary-konkursyna-arizalar-abul-itel-2901968

Автор:Резеда Валиева