Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Июнь 2022, 19:40

Вәзәмдәр “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында еңеү яуланы!

Ҡыуаныслы хәбәр, дуҫтар! Беҙҙең “үҙҙәре бер әҙәмдәр” булған вәзәмдәр “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында еңеү яуланы! Хәйбулла районы тарихында был беренсе еңеү. Вәзәмдәрҙең уңышлы тәжрибәһе башҡаларҙы ла дартләндереп, был еңеү һуңғыһы булмаҫ тип ышанғы килә. Конкурс барышында вәзәмдәрҙе хуплап, дәртләндереп тороусы, тауыш биреүҙә һәм төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм!Айырым рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәре Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡына. Артабан да шулай берҙәм, дәртле һәм егәрле булып ҡалығыҙ! Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Вәзәмдәр “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында еңеү яуланы!
Вәзәмдәр “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында еңеү яуланы!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ағымдағы йылдың 14 июнендә үткән ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланды. Положениеға ярашлы, еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде. Бына улар:

«Эре тораҡ пункттар»

I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар»

I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»

I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы

«Бәләкәй тораҡ пункттар»

I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләк «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә тапшырылды. Номинацияла еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса алды, бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.

/Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән/

Автор:Гульдар Кадаева