АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Май 2022, 15:15

Рухландырҙы «РУХ ЯҘЫУЫ»

Финалға жюри тарафынан 20 видеояҙма һайлап алынды. Финал ике бүлектән торҙо, беренсеһендә бәйгеселәр «Минең Рәми» тигән темаға сығыш яһап, шағирҙың тормош юлына һәм ижадына ҡарата үҙ мөнәсәбәттәрен слайд-презентация, нәҫер, инша, шиғыр, мәҙхиә формаһында белдерҙеләр. Икенсе бүлектә иһә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләнеләр.

Рухландырҙы «РУХ ЯҘЫУЫ»
Рухландырҙы «РУХ ЯҘЫУЫ»

 

 Рухландырҙы «РУХ ЯҘЫУЫ»

 

Рәми Ғарипов... Бөйөк шағирыбыҙҙың исеме һәр кем өсөн берҙәй яҡын. Йәш быуын уның шиғырҙары аша туған телебеҙҙең, хуш еҫле кәрәҙле балдың, һутланып бешкән алманың тәмен тойһа,  ә инде өлкәндәр ғәҙеллек, халыҡсанлыҡ, ихласлыҡ  сағылышын таба. 

Ошо арала район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «РУХ ЯҘЫУЫ» асыҡ район телевизион шиғриәт конкурсының финалы үтте. Был көндө шағирыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙе замандаш, рухташ итеп бергә йыйҙы.  

Конкурстың беренсе турына йөҙҙән ашыу видеояҙма ҡабул ителде. Уларҙың барыһы ла «РУХ ЯҘЫУЫ» тип аталған  «ВКонтакте» социаль селтәрендәге төркөмгә ҡуйыла барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурс йылдан йыл киң популярлыҡ яулай, сөнки Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, сит өлкәләрҙән ҡатнашыусылар һаны арта. Финалға жюри тарафынан 20 видеояҙма һайлап алынды. Финал ике бүлектән торҙо, беренсеһендә бәйгеселәр «Минең Рәми» тигән темаға сығыш яһап, шағирҙың тормош юлына һәм ижадына ҡарата үҙ мөнәсәбәттәрен слайд-презентация, нәҫер, инша, шиғыр, мәҙхиә формаһында белдерҙеләр. Икенсе бүлектә иһә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләнеләр.

 Бөйөк шәхесебеҙҙең әҫәрҙәре халҡына ҡалдырған изге аманаты. Ниндәй генә шиғырын алһаң да, һәр кемебеҙҙең күңел торошона ауаздаш хис-тойғолар менән һуғарылған. Уның исеме әҙәбиәт донъяһында ныҡлы урын биләгән, әҫәрҙәре үлемһеҙ, китаптары – оло хазина.

Әлбиттә, бәйге булғас уның еңеүселәре лә бар. «РУХ ЯҘЫУЫ» Гран-приһына Аҡъяр ауылынан Гөлсөм Урманова лайыҡ булды. 1-се урын Аҡъяр ауылынан  Тимур Сынбулатов,  2-се урын Аҡъяр ауылынан Ғәлиә Таһирова, Маҡан ауылынан Гөлдәр Ҡәйепова бирелһә, 3-сө урынды хаҡлы рәүештә Аҡъяр ауылынан Зиннур Байбулатов, Әсләм Ваһапов һәм Байғусҡар ауылынан Хәлил Вәлеев бүлеште. Артабан район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы махсус призы менән Әбүбәкер ауылынан Илһөйәр Сынбулатова, район башҡорттары Ҡоролтайы махсус призы менән Иләс ауылынан Земфира Шәрипова, «Ағиҙел» журналы махсус призы менән Маҡан ауылынан Зәкиә Ҡадаева, Аҡъяр телевидениеһы махсус призы менән Садовый ауылынан Рәмзиә Дәүләтҡолова, «Бөркөт» кино залы махсус призы менән Аҡъяр ауылынан Әсләм Ваһапов бүләкләнде. Шулай уҡ, һәүәҫкәр яҙыусы, республика кимәлендә үткәрелгән әҙәби конкурстар лауреаты Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова күңеленә хуш килгән алты бәйгесегә «Атай бүләге» исемле китабын бүләк итеп ҡыуандырҙы. Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 

Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, талантлы һүҙ оҫтаһы Рәми Ғарипов беҙгә бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Йөрәк ярып сыҡҡан шағир һүҙе ваҡыт үтеү менән дә әһәмиәтлелеген юғалтмай - әҙәбиәтебеҙ күгендә һабантурғай булып һайрап осҡан, халҡыбыҙға аманат һүҙҙәрен әйткән бөйөк әҙип ул.

 

 Лира Такалова.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы.

Автор:Резеда Валиева