Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Апрель 2022, 09:20

АФАРИН, ГӨЛНАРА!

Урта махсус белем биреү учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының педагогик оҫталығын һынау, педагогик профессияларҙың престижын күтәреү һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын нығытыу маҡсатында уҙғарылған конкурста Сибай институты студенты Гөлнара Ҡаҙарбаева уңышлы сығыш яһаны.

АФАРИН, ГӨЛНАРА!
АФАРИН, ГӨЛНАРА!

Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогика университетында "Әсә теле - 2022" республика конкурсы булып үтте. Конкурста Сибай институты исеменән уҡыу йортоноң педагогика факультетының 5-се курс студенткаһы Ҡаҙарбаева Гөлнара ҡатнашты. Бәйгенең төп маҡсаты - урта махсус белем биреү учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының педагогик оҫталығын һынау, педагогик профессияларҙың престижын күтәреү һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын нығытыу ине.
Мәртәбәле конкурс 4 этаптан торҙо. Беренсе этап сиктәрендә конкурсанттар Өфө ҡалаһының Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се гимазия уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрестәр күрһәтте. Һәләтле һәм әүҙем балалар менән дәрес үткәреү, бер яҡтан, ныҡ тулҡынландырһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ та ине.
Конкурстың "Иң яҡшы теоретик" тип исемләнгән икенсе этабында ҡатнашыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уны уҡытыу методикаһы буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе.
"Педагогик ринг" тип исемләнгән өсөнсө этап сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Конкурсанттар республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең, оҫта педагог-уҡытыусыларҙың, яҙыусы, журналистарҙың, уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта проблемалы ла һорауҙарына яуап бирҙе. Йәштәр хәҙерге замандың актуаль проблемаларына ҡарата үҙ фекерен белдереп, тормоштан алынған күҙәтеүҙәргә таянып сығыш яһаны.
"Буласаҡ уҡытыусының портфолиоһы" тип исемләнгән конкурс барышында жюри ағзалары конкурсанттарҙың уҡыу буйынса өлгәшен, фән буйынса ҡаҙаныштарын, йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеген баһаланы, сағыу портфолиоларын тикшерҙе.
Ҡаҙарбаева Гөлнара конкурстың бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһап, "Иң яҡшы дәрес" номинацияһында еңеү яуланы. Бынан тыш уның сағыу, рухлы сығышы Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Гөлнараны мәртәбәле конкурста лайыҡлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ, артабан да яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Крнкурсҡа әҙерләнеү барышында методик кәңәштәре менән ярҙам иткән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәжрибәле педагог Кәримова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Гөлкәй Сәмерханова, Сибай институты доценты.

Һүрәттә: Гөлкәй Сәмерханова һәм Гөлнара Ҡаҙарбаева.

Автор:Резеда Валиева