АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Март 2022, 19:40

Тәҙрәләрҙе яңыртырға кәрәк

Сибай ҡалаһының “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы мәнфәғәттәрен эргә-тирәләге күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡайғырта. Шулай булырға тейеш тә, бында башлыса ошо йорттарҙа йәшәүсе ғаиләләрҙең сабыйҙары тәрбиәләнә.

Тәҙрәләрҙе яңыртырға кәрәк
Тәҙрәләрҙе яңыртырға кәрәк

Таусылар проспекты 6/7 күп ҡатлы йорто халҡы быйыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы аша балалар баҡсаһы биләмәһенә асфальт йәйҙереү, бинаның иҫке ағас тәҙрәләрен өлөшләтә пластикка алмаштырыу, балалар майҙансыҡтарында уйын ҡорамалдарын яңыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Өс тәҡдимдең араһынан күпселек тауыш менән заманса тәҙрәләр ҡуйылыу иң мөһиме тип һайланды. Ковидҡа ҡаршы бөтә саралар ҡулланылып уҙғарылған йыйылышта артабанғы конкурста башланғыс еңеп сыҡһын өсөн инициатив төркөм төҙөлдө.

Автор:Гульдар Кадаева