Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Июнь 2021, 12:28

Спортта ла алдынғылар

18 -20 июндә Новотроицк ҡалаһының Махсуслаштырылған спорт үҙәгендә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында VI Асыҡ спартакиада уҙғарылды.

18 -20 июндә Новотроицк ҡалаһының Махсуслаштырылған спорт үҙәгендә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында VI Асыҡ спартакиада уҙғарылды. Сараның төп маҡсаты - сәләмәт тормошто пропагандалау, махсуслаштырылған спортты киңәйтеү, командалар әҙерләү. Унда Оренбург өлкәһенең Гай, Орск, Новотроицк ҡалаларынан килгән ярышсылар менән бер рәттән хәйбуллалар ҙа һынау тотто һәм алдынғылыҡ өсөн көрәште. Шулай итеп хәйбуллаларҙың йыйылма командаһы почетлы 2-се урынды яуланы. Афариндар!