Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Июнь 2021, 19:17

“Сәләмәт ауыл” велосипедта

Баймаҡ районы Күлтабан ауылы халҡы үҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүлә. Бында аҙна һайын балаларҙың йәйге ялын ойоштороу маҡсатында ла төрлө спорт байрамдары ойошторолоп тора.

Баймаҡ районы Күлтабан ауылы халҡы үҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүлә. Бында аҙна һайын балаларҙың йәйге ялын ойоштороу маҡсатында ла төрлө спорт байрамдары ойошторолоп тора. Бөгөн ауылдың дәртле халҡы районда уҙғарылған "Сәләмәт ауыл" конкурсы сиктәрендә Рәсәй көнөнә бағышлап велокросс үткәрҙе. Ярышҡа бәләкәстәрҙән башлап өлкән йәштәгеләргә тиклем, ғөмүмән, сарала ҡатнашырға теләгән һәр кем сыҡты. Велокросс ауыл халҡына яҡшы кәйеф һәм онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк итте.