Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2021, 15:34

Афарин, хәйбуллалар!

Бына ниһайәт Туймазы ҡалаһында өс көн дауамында барған балалар араһында хореография буйынса “Дуҫлыҡ хороводы” тип исемләнгән VIII асыҡ республика фестивале тамамланды.

Бына ниһайәт Туймазы ҡалаһында өс көн дауамында барған балалар араһында хореография буйынса “Дуҫлыҡ хороводы” тип исемләнгән VIII асыҡ республика фестивале тамамланды.
Унда Башҡортостандың 14 районы һәм 5 ҡалаһынан 8 йәштән 17-гә тиклемге 700-ҙән ашыу баланан торған 30 хореография коллективы ҡатнашты.
Ҙур һәм мәртәбәле фестивалдә 8 йәштән 11-гә тиклемге категорияла “Хәйбулла” өлгөлө хореография ансамбле I дәрәжәле диплом менән бүләкләнде! 12 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар “Хәйбулла” өлгөлө балалар ансамбле III дәрәжәле дипломға лайыҡ булды! (Ансамблдең етәксеһе Юлдаш Мортазин.)
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын!