Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Март 2021, 11:15

Эй, һылыуҙар... Эй, оҫталар... Һоҡланып та туймаҫлыҡ!

Билдәле булыуынса, 8 март байрамы уңайынан “Атайсал” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендә конкурстар иғлан ителгәйне. “Атайсал” һылыуҡайы” конкурсы бәләкәй ҡыҙҙар араһында барһа, “Оҫтабикә” конкурсы, исеме үк әйтеп тороуынса, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлауҙы маҡсат итте.Ҡатнашыусылар бик күп булды. 18 бәләкәс ҡыҙ “Атайсал” тотоп төшкән фотоһын ебәрһә, етмешләгән оҫтабикә үҙ эшен һалды. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла матур, оҫтабикәләрҙең барыһы ла оҫта, талантлы, эшкә маһир. Һәр береһенә һоҡландыҡ. Афарин!

Билдәле булыуынса, 8 март байрамы уңайынан “Атайсал” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендә конкурстар иғлан ителгәйне. “Атайсал” һылыуҡайы” конкурсы бәләкәй ҡыҙҙар араһында барһа, “Оҫтабикә” конкурсы, исеме үк әйтеп тороуынса, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлауҙы маҡсат итте.
Ҡатнашыусылар бик күп булды. 18 бәләкәс ҡыҙ “Атайсал” тотоп төшкән фотоһын ебәрһә, етмешләгән оҫтабикә үҙ эшен һалды. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла матур, оҫтабикәләрҙең барыһы ла оҫта, талантлы, эшкә маһир. Һәр береһенә һоҡландыҡ. Афарин!
Билдәле булыуынса, беҙ конкурстарҙы лайктарға ҡарап баһаламайбыҙ. Сөнки кемдер әрһеҙләшеп лайк йыйһа, икенсеһе уңайһыҙланып өндәшмәүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә, ғәҙел баһаланмауы ла ихтимал. Әммә лайк йыйыуҙы талап итмәһәк тә гәзит уҡыусыларыбыҙ геүелдәтеп лайк ҡуйҙы, матур-матур комментарийҙар яҙҙы, һоҡланды, изге теләктәр еткерҙе! Ысынлап, һоҡланмау мөмкин түгел шул! Оҫтабикәләрҙең эшенә ҡарап беҙ ҙә хайран ҡалдыҡ. Кемдер ырғаҡ менән бәйләй, кемдер сигә, кемдер тегә, кемдер быйма баҫа, кемдер тәмлекәстәр бешерә, кемдер гөлдәр үҫтерә…Иҫ киткес!!! Конкурсҡа көндән-көн матур эштәр алып бер яҡтан ошондай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар күплегенә ҡыуанһаҡ, икенсе яҡтан бошондоҡ та, сөнки кемделер айырып алып, беренсе урын бирер кәрәк бит. Ә бағыусылар (спонсорҙар) икәү генә. Тимәк, бүләк тә икәү генә. Етмешләгән ханымдың икәүһенә бүләк биреп, ҡалғандарын үпкәләтке килмәне! Сөнки, ысынлап та, бөтәһенең дә эше матур, үҙенсәлекле, барыһына ла күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған. Уларҙы айырып ҡына баһалау мөмкин түгел! Был—бер. Икенсенән, бағыусылар ҙа ошо уҡ оҫтабикәләр кеүек ҡул эшенә оҫта, улар үҙҙәре эшләгән нимәнелер бүләк итергә вәғәҙәләгәйне. Ә улар эшләгән ҡул эшен беҙҙең оҫтабикәләр үҙҙәре лә эшләп ала ала. Шулай итеп, уйланыҡ-уйланыҡ та, барығыҙҙы ла еңеүсе итеп билдәләргә ҡарар иттек!!! Һәр конкурсантҡа “Атайсал” гәзите аша 50 процентлы ташлама менән берәй яҡын кешеһенә ҡотлау биреү мөмкинлеге бирелә (беҙгә вконтакте смс-хәбәр яҙып йә телефон аша бәйләнешкә инергә). Бынан тыш, һәр берегеҙгә электрон почет грамотаһы ебәрәбеҙ.
Ошо рәүешле, беҙ конкурсанттарға тигеҙ ҡарап, тигеҙ баһаларға ҡарар иттек. Моғайын, беҙҙең менән килешерһегеҙ?! Әйткәндәй, конкурсҡа эштәр ебәреп бушлай реклама ла эшләп алдығыҙ, сөнки комментарийҙарҙа һатып алырға теләүселәр ҙә осраны. Тимәк, ҡулығыҙҙан һөйөнөп, килем эшләү мөмкинлеге лә бар.
Бәләкәс ҡыҙҙарға килгәндә… “Атайсал” һылыуҡайы”ҙарының барыһы ла матур. Эй, мөләйемдәр, эй, һөйкөмлөләр, һәр береһен тупылдатып һөйөп яратҡы ғына килә инде.
Урындарҙы түбәндәгесә бүлдек:
1-се урын – Ләйлә Әмирова, “ Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ләйләгә бағыусыбыҙ Әлфирә Аҡсарованан бүләк һәм “Атайсал” гәзитенән электрон Почет грамотаһы ебәрелә.
2-се урын – Аэлита Күсәбаева, “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Аэлитаға бағыусыбыҙ Азалия Ишмөхәмәтованан бүләк һәм “Атайсал” гәзитенән электрон Почет грамотаһы ебәрелә.
3-сө урын – Эмилия Ҡунаҡҡужина. Эмилияға “Атайсал” гәзитенән бүләк һәм электрон Почет грамотаһы.
“Тамашасы һөйөүе” номинацияһы - Халиҡова Илгинәгә, “Рухлы һылыуҡай” номинацияһы Әлимә Вилдановаға, Арина Биктимероваға, “Мөләйем һылыуҡай” номинацияһы – Ләйсән Исмәғилеваға, Йәнгүзәл Ғәлинаға, “Һөйкөмлө һылыуҡай” номинацияһы Мәликә Исҡужинаға, Айлина Мырҙабаеваға, “Ҡупшыҡай” номинацияһы – Эмилия Иҙелбаеваға, Лилиана Яхинаға, “Шаянҡай” номинацияһы – Сәлимә Әминеваға, “Наҙлы һылыуҡай” Зиниә Юлғотлинаға,”шиғриәткә ғашиҡ һылыуҡай” номинацияһында – Айгизә Әминева, “Көләс һылыуҡай” номинацияһы - Әминә Зәйнуллинаға, “Нурлы һылыуҡай” номинацияһы иң кескәй конкурсанттарыбыҙ Лиана Күсәбәаеваға, Сафия һәм Яҙгөл Таҡаеваларға бирелә. Барығыҙға ла “Атайсал” гәзитенән һәм 12 йәшлек бағыусыбыҙ София Вәлиеванан иҫтәлекле бүләктәр. Шулай уҡ электрон Почет грамотлары ебәрәлә.
Бүләктәр буйынса “Бәйләнештә” селтәре (вк) аша хат-хәбәр ебәреп һорашырға йә эш көндәре эш номерына шылтыратырға мөмкин.
Барығаҙға ла оло рәхмәт белдерәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
“Атайсал” гәзите коллективы.