Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Февраль 2021, 10:35

БЕРГӘЛӘШЕП ДАН ЙЫРЛАНЫҠ АТАЙҘАРҒА!

Ир-егеттәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, балаларҙа ғорурлыҡ хисен уятыу һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан уларҙы ҡотлау, әрме хеҙмәте баһаһын күтәреү маҡсатында “Атайсал” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендә “Атайым һалдат булған” тигән конкурс ойошторолдо.Конкурс бик сәмле барҙы. 100-ҙән ашыу эш алдыҡ. Балаларҙың барыһы ла шәп! Аҡыллы, матур, һәләтле, рухлы ҡыҙ һәм малайҙар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға оло рәхмәт! Һеҙҙең ярҙам менән 23 февралгә тиклем атайҙарға, ҡартатайҙарға, олатайҙарға, ағайҙарға дан йырланыҡ! Ҡатнашыусыларҙың барһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ! Киләсәктә лә конкурстарҙа ҡатнашып тороғоҙ, беҙҙең менән ҡалығыҙ!Әлбиттә, конкурс булғас, еңеүсеһе лә була. Беҙгә еңеүсене һайлап алыу бик ауыр булды.

Халҡыбыҙҙа борон-борондан атай абруйы, атай һүҙе көслө мәғәнәгә эйә булған. “Атайығыҙ менән кәңәшләшегеҙ”, “Атайығыҙ нимә әйтер?” тип әсәйҙәр ҙә ғаилә башлығының мәртәбәһен юғары ҡуйған. Ошо рәүешле атай һүҙенең ҡеүәте нығынған, атай менән улдар араһында үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт булдырылған.
Һуңғы йылдарҙа атай абруйы төшөп барғандай. Ошоно иҫәпкә алып, ир-егеттәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, балаларҙа ғорурлыҡ хисен уятыу һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан уларҙы ҡотлау, әрме хеҙмәте баһаһын күтәреү маҡсатында “Атайсал” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендә “Атайым һалдат булған” тигән конкурс ойошторолдо.
Конкурс бик сәмле барҙы. 100-ҙән ашыу эш алдыҡ. Балаларҙың барыһы ла шәп! Аҡыллы, матур, һәләтле, рухлы ҡыҙ һәм малайҙар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға оло рәхмәт! Һеҙҙең ярҙам менән 23 февралгә тиклем атайҙарға, ҡартатайҙарға, олатайҙарға, ағайҙарға дан йырланыҡ! Ҡатнашыусыларҙың барһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ! Киләсәктә лә конкурстарҙа ҡатнашып тороғоҙ, беҙҙең менән ҡалығыҙ!
Әлбиттә, конкурс булғас, еңеүсеһе лә була. Беҙгә еңеүсене һайлап алыу бик ауыр булды. Береһенең дә кәйефен төшөргө килмәй, әммә… урындарҙы билдәләргә кәрәк шул. Оҙаҡ ҡына уйланып, видеояҙмаларҙы бер нисә ҡат әйләндереп ҡарай торғас, түбәндәгесә билдәләргә булдыҡ:
1-се урынды бер түгел, ә өс балаға бирергә ҡарар иттек. Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге педагогы Гөлнара Иҙрисова етәкселегендә бик күп матур, үҙенсәлекле, ныҡлы уйланылған, сюжетлы яҙмалар килде. Розалия Аҫылғужина, Зөлхизә Иҙрисова, Искәндәр һәм Данис Ғүмәровтарҙың аталары менән ғорурланып бәйән итеүҙәре беҙгә бик ныҡ оҡшаны. Афарин, ҡыҙҙар, малайҙар, һеҙгә - беренсе урын!
Әбйәлил районы Хәмит ауылындағы “Умарта” балалар баҡсаһында бал ҡортондай тырыш, эшһөйәр тәрбиәселәр эшләй икән. Улар кескәйҙәр менән атайҙарға бик матур ҡотлау әҙерләгән. Афарин! Һеҙгә - икенсе урын. Шулай уҡ икенсе урын “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә (Усман Мәхийәнов һәм Ансар Исмаҡов) бирелә.
Ә өсөнсө урынды кемгә бирергә? Их, ҡыҙҙар, малайҙар, һеҙҙең бит барығыҙ ҙа шәп!!! Шулай итеп, өсөнсө урын Гөлфинә һәм Миләүшә Аллабирҙиналарға, Айгиз Бағужинға, Аэлита Күсәбаеваға, Илсиә һәм Илсур Рәжәповтарға, Даян, Дамир һәм Илһам Утарбаевтарға, Рәүф һәм Әминә Иҫәндәүләтовтарға, Мәликә Баййегетова һәм Илһам Аҡбулатовҡа бирелә. Ҡотлайбыҙ!
Тәүге өс урында алыусыларҙы бүләктәр көтә. Юл төшкәндә редакциянан инеп алырһығыҙ. Алдан шылтыратып ҡуйыуығыҙ һорала: 2-55-08. Күрше райондарҙан шылтыратыусылар өсөн ҡала коды: 75.
Шулай уҡ конкурсанттарға электрон Почет грамоталары ебәрелә!
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Ата-әсәле, бәхетле, ғүмерле булығыҙ, балалар!
Читайте нас: