Ҡатын-ҡыҙ—милләт киләсәге
Ишей ауылындағы сарала гүзәл заттар осрашты
"Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ" тигән боронғолар. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу, маҡсатлы рәүештә төрлө саралар уҙғарыу, халыҡты төрлө эшкә һәм шөғөлдәргә йәлеп итеү өсөн күп эшләнә. Шуларҙың береһе – Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсы.
Баймаҡ районы Ишей ауылы ла "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Шул йәһәттән, планға ярашлы, ошо көндәрҙә "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхетле бер көнө" исемле фәһемле һәм йәнле сара булып уҙҙы. Гүзәл заттарҙың йәше лә, олоһо ла ауылдың үҙәге булып һаналған, үҙенә бер юлы мәктәпте, балалар баҡсаһын, клубты, почтаны, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, спорт залын берләштергән бинаға бик теләп килде. Сараны Темәс урта мәктәбенең Ишей филиалы мөдире Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова асты. Ул айыҡ тормош, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, уларҙың роле тураһында һөйләне. "Был донъяға ҡатын-ҡыҙ матур, гүзәл зат итеп яратылған, шуның өсөн беҙ һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылып, яҡшы әсәй һәм ҡатын булырға, эштәребеҙ менән һөйөндөрөргә, өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙ",– тине һәм моңло йыр башҡарҙы.
Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуынды төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү, фәһемле кәңәштәр менән ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған ҡатын-ҡыҙҙар байрамына Баймаҡ ҡалаһынан һәм Темәс ауылы хакимиәтенән ҡунаҡтар килде. Шулай уҡ Темәс урта мәктәбенән башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары Рәғиҙә Риф ҡыҙы Асаинова, психолог Гөлсөм Ғәйзулла ҡыҙы Әбсәләмова ла балалар менән аралашты, үҙ фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Уларҙың һәр береһенең сығышында "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыу халыҡтың киләсәк тормошонда ҙур роль уйнауы, эскелекте кәметеү, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау тик яҡшылыҡҡа алып киләсәген, халыҡты ниндәйҙер шөғөлдәр менән булышырға, яңы һөнәрҙәргә өйрәтергә, балаларға яҡшы тәрбиә биреү өсөн өлгө булырға кәрәк тигән фекерҙәр яңғыраны.
Был сарала ауылдың иң әүҙемдәре булып һаналған ағинәйҙәр ҡоро (Зәкиә Кәримова, Алтынбикә һәм Зифа Ҡарасуриналар, Вәлимә Баймөхәмәтова, Нәсимә Ғүмәрова, Рәмзиә Харламова, Рәйлә Зәйнәғәбдинова, Фәриҙә Хажина, Хәлиҙә Ишдәүләтова, Әлфирә Абдуллина) һәм клуб мөдире Миңзифа Ишдәүләтова концерт номерҙары менән сығыш яһаны, ветеран уҡытыусы Фәриҙә Ильяс ҡыҙы Хажина һәм ауыл әүҙемсеһе Хәлиҙә Ишдәүләтова шиғри сәләм еткерҙе. Ауыл фельдшеры Зөлфиә Миҙәхәт ҡыҙы Күлибаева ла халыҡ менән бергә булды. Ике майҙансыҡта оҫталыҡ дәресе ойошторолдо һәм ҡул эштәренән күргәҙмә эшләне. Ҡашмау тегеү (Рәсилә Аҙнағолова), сәйләндән әйберҙәр (Айгөл Мирзаянова), мәрйендән яға, ҡайыш эшләү һәм селтәр әҙерләү (Земфира Таһирова), маникюр яһау (Әлфиә Күлибаева), ҡорама ҡороу (Алтынбикә Ҡарасурина), ырғаҡ менән бәйләү, йөн иләү, боронғо түшелдерек өлгөһөн күрһәтеү (ағинәйҙәр), сәк-сәк бешереү (Әлфирә Абдуллина), үҙенсәлекле итеп яулыҡ бәйләп ябыныу (Сөмбөл Ишдәүләтова) кеүек кемдәргәлер ят булған шөғөлдәргә өйрәтеүселәрҙе башҡалар ҡыҙыҡһынып күҙәтте, уларҙың ҡул эштәрен һатып алды. Аш-һыуҙың төрлөлөгөнән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Бынан тыш, башҡорт халҡының боронғо йәшәйешенән тормош-көнкүреш әйберҙәре күрһәтелде. Почтальон Айһылыу Ҡарасурина район һәм республика гәзиттәренә яҙылыу ойошторҙо. Оҫталыҡ дәресе үткәреүселәргә, шулай уҡ яҡынлашып килгән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр көнө айҡанлы Темәс ауыл биләмәһе башлығы А.Ғ. Байрамғолова Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы. Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар А.А. Филин исеменән мәктәп мөдире Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова сәскәләр гөлләмәһе, шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға уҡыусылар менән эшләнгән ҡул эштәре--сувенирҙар тапшырҙы. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ бер көн генә бәхетле булырға тейеш түгел, уның көндәлек бәхете иренә тоғро ҡатын, ҡыҙ-улдарына әсәй, өләсәй булып, кешелекле, тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтереүҙә.
Сара һуңында барыһы ла ашнаҡсылар Рәсимә Аҙнағолова һәм Әлфиә Фәйзуллина бешергән бишбармаҡ һәм сәй табынына йыйылышты. Аҙаҡ быға тиклем “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан Йылым ауылының эш тәжрибәләре һәм тәьҫораттары менән бүлешеп, Г.Х.Ишмырҙина "түңәрәк өҫтәл" артында йәнле һөйләшеү ойошторҙо, шулай уҡ "Ғаилә" үҙәгенең социаль эштәр буйынса белгесе З.А.Ҡарасурина, район китапханаһы методисы С.М.Иҙелбаева ла үҙ кәңәштәрен бирҙе, ярҙамдарын тәҡдим итте.
"Ҡатын-ҡыҙҙың бәхетле бер көнө" сараһынан барыһы ла ҡәнәғәт булып, һәр кем үҙе өсөн яңы шөғөлдәр һәм һөнәрҙәр табып, тормоштоң тағы ла бер битен өр-яңыса асып, бер-береһе менән ихлас аралашып, ҡыуанышып таралышты. Ишей ауылы районыбыҙҙың төпкөлөндә урынлашһа ла, бәләкәй булһа ла, ул үҙенең берҙәм халҡы, ойошҡанлылығы менән көслө. Бында дәртле, һәр эшкә лә дәррәү күтәрелергә әҙер торған дуҫ халыҡ йәшәй. Берҙәмлек һәм татыулыҡ үҙе үк ҙур көскә эйә.
Был сараны үткәреү өсөн шәхси эшҡыуар А.А.Филин бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, уға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ауылдарҙағы өйҙәрҙә уттар һүнмәһә, халҡыбыҙ берҙәм һәм дуҫ булһа, ғаиләләр сәләмәт тормош рәүеше алып барып, үҙ балаларына атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәклеген аңлап, улар өсөн яуаплылыҡ тойоп, үҙҙәре көтһә, матур тәрбиә бирһә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр.
Зилә Ҡарасурина, "Ғаилә" үҙәгенең социаль эштәр буйынса белгесе:
– Был проекттың әһәмиәте нимәлә? Оло быуын кешеләре, айырыуса ағинәйҙәр ҡоро, йәштәргә яҡшы өлгө күрһәтә, бындай сараларға йәлеп итеү, кешенең рухын күтәрергә ярҙам итеү, әйтәйек, 3 эскән кешенең береһен булһа ла яҡтылыҡҡа сығарасаҡ. Сөнки эскелек – ҙур проблема, заман афәте булып тора.
Г.Х. Ишмырҙина, районда "Айыҡ ауыл" хәрәкәтен киң йәйелдереүгә көс һалыусы йәмәғәт әүҙемсеһе:
– Йылым ауылы ла бәләкәй һәм төпкөлдә урынлашҡан, халҡы аҙ булған ауыл. Әммә уҙған йылда ул республикала еңеүсе булып танылды. Был еңеү-- берҙәм һәм ныҡышмал эшләү һөҙөмтәһе. Ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙың да ярҙамы һәм ҡеүәтләп тороуы беҙгә көс бирҙе. Был конкурста ҡатнашыу күптәрҙең күҙен асты, эскелектән арынырға ярҙам итте, яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе.
Ф.И. Хажина, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының үҙе яҙған шиғыры:
Шешә тотоу һеҙҙең эш түгел,
Балаларығыҙ әсе йәш түгер.
"Йәшел йылан" килеп инһә,
Менеп ҡунаҡлай ул түреңә,
Изге кеше булып ҡылана ла,
Арттан һата үҙенең ағыуын.
Ҡасандыр бер килеп ҡабыуын.
Ауылдаштар, һеҙ бит эшсән халыҡ,
Донъя йөгө һеҙҙең ҡулдарҙа.
Айыҡ фекер йөрөткәнде күреп,
Өлгө алыр һеҙҙең улдар ҙа.
"Йәшел йылан" беҙҙе урап үтһен,
Ҡағылмаһын изге йәндәргә.
Кемдер берәү һеҙҙе ағыулаһа,
Уны тыйыу – беҙҙең иңдәрҙә!
Хәлиҙә Абдуллина-Ишдәүләтова:
...Йылдар уҙған һайын халҡым һаны,
Янһын ине һәр бер өйҙә уттар! –
Ауыл халҡынан ҙур үтенес.
Эскелеккә кәртә ҡуя халҡым,
Айыҡ булһын әйтер фекерҙәр.
Етеш тормош, теүәл ғаилә булһын.
Тик булмаһын ярлы-фәҡирҙәр!