Баймаҡ районы Йомаш ауылы ғына түгел, нисәмә ауыл, район, ҡала бейеүселәре “Йомаштар үәт баҫа!” бейеү бәйгеһен ашҡынып көтөп алды. Бейеү сәнғәтенең дәртле көйҙәренә, ҡарап туйғыһыҙ ҡатмарлы хәрәкәттәренә оло мәғәнә һалынған. Тамашасылар һәр сығышты яратып ҡаршыланы, көслө алҡыштар менән оҙатты. Был үҙе үк бейеү байрамының юғары кимәлдә үтеүе тураһында һөйләй.
Бейеү сәнғәтен пропагандалаусы, Магнитогорск ҡалаһында 1988-1995 йылдарҙа “Салауат”, “Гөлнәзирә” ансамблдәрен етәкләүсе Хәмиҙә апай Барлыбаева инициативаһы менән ойошторолған “Йомаштар үәт баҫа!” исемле бейеү бәйгеһе Йомаш ауыл китапханаһы, клуб, мәктәп, ауыл хакимиәте, “Ағинәй”, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә үткәрелде.
Бейеү байрамына йомаштар ғына түгел, ошо ауыл менән тамырҙары бәйләнгән кешеләр йыйылды. Кемдер бында тыуып-үҫеп, әлеге көндә төрлө өлкәлә эшләп йөрөй, ситтә йәшәй, кемдеңдер олатай-өләсәләре ошо ауылдан сыҡҡан, Хәмиҙә апай уҡытҡан уҡыусылар, туғандары ла бар араларында. Уларҙың барыһын да бер уй, бер ниәт берләштерә. Барыһы ла бейеү бәйгеһендә ҡатнашып үҙ көстәрен һынап ҡарарға, һәләттәрен башҡаларға күрһәтергә килгән. Хәмиҙә апайҙың да иң ҙур теләге—үҙ ауылының кешеләрен берләштереү, быуындан–быуынға тапшырыла барған бейеү сәнғәтен башҡаларға еткереү, тамырҙарын эҙләп килгән йомаштарға бейеү серҙәрен асыу.
Бейеү байрамында ҡатнашырға 30 конкурсант теләк белдергән ине. Сәйғәфәр, Буранбай, Билал ауылдарынан, Баймаҡ, Сибай, Учалы ҡалаларынан үҙ тамырҙарын эҙләп килеп еткәндәр. Конкурсты Йомаш мәктәбенең бейеүселәр коллективы башлап ебәрҙе.
Уҡыусылар араһында Байсыуаҡова Фаягөл (Йомаш), Ғүмәрова Зарина (Баймаҡ ҡалаһы)—“Иң йәш бейеүсе”, Шәрипов Йәнгил (Йомаш), Биктимерова Айзилә (Йомаш), Һабанғолова Гөлгөнә (Баймаҡ ҡалаһы), Райманова Айзилә (Сәйғәфәр)—“Әүҙем ҡатнашыусы”, Байсыуаҡова Вилиә (Сәйғәфәр)—“Өмөт”, Солтангәрәева Гөлназ (Йомаш)—“Бейеүсе ҡыҙ”, Ласынова Нургизә (Баймаҡ ҡалаһы)—“Иң оҫта башҡарыусы”, Хәйҙәрова Илгинә (Билал)—“Иң һылыу бейеүсе”, Әхмәтов Айнур (Билал), Байсыуаҡова Ынйыгөл (Йомаш) “Иң оҫта бейеүсе” номинацияларына лайыҡ булды.
Урта һәм оло йәштәге бейеүселәрҙең ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Улар шул тиклем дәртләнеп бейей, ҡарап ултырыуы кинәнес! Лилиә Йәрмөхәмәтова (Баймаҡ ҡалаһы)—“Иң оҫта башҡарыусы”, Тимерғәлин Руслан (Учалы ҡалаһы)—“Иң дәртле бейеүсе”, Йәнәлина Луиза (Буранбай)—“Һаҡмар һылыуы”, Ямантаева Фәрҙәнә (Баймаҡ ҡалаһы)—“Ҡурайға мәҙхиә”, Һабарғошова Зәлифә (Йомаш) “Әүҙем ҡатнашыусы” тип табылды.
60-70 йәшлектәр араһынан Хөриә апай Биктимерова (Йомаш)—“Иң оло бейеүсе”, Фәрхәнә апай Иҫәндәүләтова (Йомаш)—“Милли йолаларҙы тергеҙеүсе”, Рәис ағай Йәнбирҙин (Йомаш) “Оҫта бейеүсе ир-уҙаман” номинацияларына лайыҡ булды. Уҡыусылар күңелендә бейеү сәнғәтенә осҡон һалыусы ансамбль етәкселәре лә лайыҡлы бүләк-тәр алды. Улар—Билал мәктәбенең “Йәйғор” бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Әхмәтова, Йомаштан Зөлфиә Тимербулатова, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Таңһылыу Шәрипова, Сәйғәфәр мәктәбенең “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле етәксеһе Гүзәл Рәхимова.
1-се, 2-се, 3-сө урындар өсөн Хәмиҙә апай 5, 3, 2 мең күләмендә сертификаттар әҙерләгән. Кемдәр һуң ул сертификат эйәләре? I урын Лүзә Байсыуаҡова (Йомаш), II урын Салиха Абдрахманова (Йомаш), III урын Хәмиҙә апайҙың уҡыусыһы Дилара Әхмәтова (Билал) яуланы! Уларҙың барыһына ла баһалама ағзалары—Гүзәл Сыңғыҙова, Йомаш ауылының бейеүсеһе Зәкир Түвәйәнов, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Таңһылыу Шәрипова, сараны ойоштороусының бер туған апаһы Алһыу Баймырҙина Х. Барлыбаева әҙерләгән бүләктәрҙе, дипломдарҙы тапшырҙы. Хәмиҙә апай бәйгегә үҙе килә алмаһа ла, бер туҡтауһыҙ телефондан шылтыратып бейеүселәрҙе дәртләндереп торҙо, һәр береһенең хәлен белеште.
Бәйге тамам. Кем һуң ул ойоштороусы, үҙ ауылының, районының, иленең патриоты булған ханым? Йәне-тәне менән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кеше? Хәмиҙә апай Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. Тыуған илен, ерен шул тиклем хөрмәт иткән, туған телен, моңон мөкиббән яратҡан, милләтем тип янып-көйөп йәшәгән оло йөрәкле башҡорт ҡатыны ул. Автоһәләкәттән һуң Хәмиҙә апайҙың күҙҙәре күреүҙән, аяҡтары йөрөүҙән туҡтап ҡалған. Ләкин был бәлә оло йөрәгенә барлыҡ изгелектәр һыйған ханымдың бейеүгә, кешеләргә, тыуған теленә, иленә булған һөйөүен һүрелтә алмаған.
Хәмиҙә апай Барлыбаеваның уй-ниәттәре тормошҡа ашты. Ул теләгәнсә бейеүселәр матур-матур сығыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы, йомаштар берҙәм, татыу, йыр-моңға ғашиҡ булыуҙарын тағы бер тапҡыр иҫбат итте. Ошо көндәрҙә Хәмиҙә апай үҙенең 70 йәшлек оло байрамын билдәләй. Йомаш халҡы барлыҡ бейеүселәр, уҡыусылары, туғандары исеменән Хәмиҙә апайҙы ғүмер байрамы менән ҡотлай. Артабан да үҙ илегеҙҙең партиоты булып, һаулыҡта, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын!
Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы, жюри ағзаһы.
"Атайсал" № 2, 10 ғинуар 2020 йыл