Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Ноябрь 2019, 10:16

Балалы йорт—наҙлы йорт

Өфөлә «Ҡурай-ТВ» йыр-моң каналының 10 йыллыҡ юбилейы концертында «Ҡурай даны» премиялары тапшырылды. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан 13 бала тәрбиәләүсе Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында бүләкләнде.

Күп балалы ғаиләләр һис шикһеҙ оло хөрмәткә лайыҡ. Биш-алты, ун, хатта унан да күберәк балаларҙы үҙ ҡосағына һыйҙырып, уларҙы яратып тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙән үрнәк алырға кәрәк.
Ошондай ишле, татыу ғаиләләрҙең береһе Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында йәшәй. Азамат һәм Фәниә Ҡарабаевтарҙың ихатаһына ингәндән үк үҙемде сағыу, ҡояшлы балалар донъяһына барып эләккән кеүек хис иттем. Ҡапҡанан алып өй тупһаһына тиклем теҙелеп киткән клумбаларҙа аллы-гөллө сәскәләр үҫә, ихатаны өс яҡтан баҡса уратып алған. Йорт хужаһы Азамат ағай үҙенең тракторы эргәһендә булыша ине. Ихлас ҡаршылап, йорто яғына оҙатып ҡуйҙы. Солан ишеге асылыу менән унда эреле-ваҡлы балаларҙы шәйләнем. Арҡаларына сумкалар артмаҡлаған малай-ҡыҙҙар мәктәптән ҡайтып аяҡ кейемдәрен сисеп урынлаштырыу менән мәшғүл ине. Улар мине ҡаршылап, бер тауыштан «Һаумыһығыҙ!» тип сәләмләнеләр һәм өйгә әйҙүкләнеләр. Артабан балалар иркен өйҙөң бүлмәләренә таралышты. Инеү урынына ҡаршы ғына урынлашҡан ҙур аш бүлмәһендә тәмле аш-һыу еҫтәре аңҡытып йорт хужабикәһе Фәниә апай ҙур ғаиләгә төшкө аш әҙерләй ине. Ҡояштай балҡып ҡаршыларға сыҡҡан әсәнең янында ҡурсаҡ шикелле бер ҡыҙсыҡ бөтөрөлә. Ул 13 балалы Ҡарабаевтар ғаиләһенең иң кесеһе—Карина булып сыҡты. 4 йәшлек ҡыҙыҡай ҙа апай-ағайҙарына эйәреп ҡул араһына кереп бара: телефондан шылтыратыуҙар ҡабул итә, тәҙрә гөлдәренә һыу һибә, уйынсыҡтарын йыя, һауыт-һаба йыуырға өйрәнә.
Ҡарабаевтарҙың 4 бүлмәле йорттарында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Йыуыныу бүлмәһенә душ, автомат кер йыуыу машинаһы урынлаштырылған. Залдары бигерәк ҙур. Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы әйтмешләй, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән бергә йыйылғанда залға асмалы 3 өҫтәлде һуҙып ҡуялар икән.
Фәниә апайҙан уларҙың ғаилә тарихы, балалары менән таныштырыуын һораным.
—Тәүге никахтан тыуған ике балам күптән инде үҙаллы донъя көтәләр. Ҡыҙыбыҙ Зәлиә һәм улыбыҙ Рәилдең икешәр балалары бар. Улар ғаиләләре менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Тормошомда ныҡлы терәк-таяныс булырҙай, мине бер һүҙҙән аңлаған ир-егеттең осрауы яҙмышымды төптән үҙгәртте, тиһәм дә була. Азамат сығышы менән Ҡаратал ауылынан. Ул ғаиләлә яңғыҙы үҫкәнгәме, балаларыбыҙҙың күп булыуын теләне. Үҙем Сибайҙа тыуғанмын. Әммә әсәйем гел эштә булғанлыҡтан мин Баймаҡ районының Ғәле ауылында ҡартатай һәм ҡәртесәй тәрбиәһендә үҫтем.
2004 йылда ғаиләбеҙгә ҡот өҫтәп уртаҡ улыбыҙ—Айҙарыбыҙ тыуҙы. 2006 йылда үҙ-ара һөйләшеп килешкәндән һуң, балалар йортонан ике бала алырға ниәтләнек. Был уйыбыҙҙы райондың опека бүлегендә лә хупланылар. Шулай итеп, Өфөнән апалы-һеңлеле Регина менән Аделинаны барып алып ҡайттыҡ. Һуңынан беҙҙең ғаиләгә бер туған өс ҡыҙ: Гөлназ, Әлиә һәм Рәзилә өҫтәлде. Хәҙер малай кәрәк булды. Үҙебеҙҙең Айҙар улыбыҙға иптәш булһын тип Радикты алдыҡ. Һуңынан ирем бергә эшләгән иптәштәренән төбәктәге бер приютта бер туған ике бәләкәй ҡыҙҙарҙың йәшәүен ишетеп, йәлләгән. Өйҙә уйлашҡандан һуң, теге ҡыҙҙарҙы барып ҡарарға булдыҡ. Руфина менән Каринаны үҙебеҙҙең балалар кеүек күреп, оҡшаттыҡ һәм ҡунаҡҡа алып ҡайттыҡ. Хәҙер уларҙың беҙҙә йәшәүенә лә ике йыл тулды. Аҙаҡ тағы ла ике малайлы булдыҡ. Бер туған Илназ менән Ильясты барып алғас ғаиләбеҙ ысын мәғәнәһендә күп балалы, тулы ҡанлы ғаиләгә әүрелде. Хәҙер балаларыбыҙҙың 4-һе—студенттар, 6-һы мәктәптә уҡый. Каринабыҙ балалар баҡсаһына йөрөй,—тип һөйләй әсәй кеше. Уға атай кеше лә ҡушыла:
—Балалар һәйбәт, тыңлаулы. Килгәндән «атай», «әсәй» тип өҙөлөп торалар. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа уҡыуға шәп, сәнғәтте һәм спортты яраталар. Йәйгеһен бергәләп бесән әҙерләһәк, ҡышҡыһын мал-тыуар ҡарашалар. Барыһы ла иҫән-һау булһындар.
Йәйгеһен балалар сиратлап йәйге лагерҙарға бара. Ҡарабаевтар күмәкләп тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Был нурлы өйҙән кеше өҙөлмәй, күрше-күлән, туғандар йыш ҡына килеп хәл белешә, балалар менән аралашыуҙан күңелдәренә дәрт-дарман ала.
Изге күңелле, хәстәрлекле атай менән әсәй балаларының күңелендә ололарға ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тәрбиләргә тырыша. Фәниә апай әйтеүенсә, улар ҡәйнәһе мәрхүмде өс йыл үҙҙәренә алып көткәндәр. Әле оло йәштәге әсәһен алып ҡарауҙарына бер йыл. Ғаилә башлығы Азамат Ишбулды улы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә слесарь булып эшләй. Вахта ысулы менән эшләгән ир-егеттең тылы ныҡ. Үҙе эштә саҡта барлыҡ йорт һәм хужалыҡ эштәрен ҡатыны Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы атҡара. Балалары ла уңған уларҙың, мал-тыуарҙы ҡараша, өй эштәрендә ярҙамлаша. Ә иң мөһиме—балалар атай-әсәй наҙын тойоп, имен-һау, үҙ-ара татыу, берҙәм һәм тырыш булып үҫеп килә.
Ҡарабаевтар ғаиләһенең ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Улар төбәктә һәм Өфөлә уҙғарылған опекун ғаиләләр конкурстарында призлы урындар яулаған, республикала донъя күргән «Иң яҡшы ғаиләләр» китабына индерелгән. Әле был матур ғаилә «Ҡурай» телеканалында барған «Миһырбанлы ғаилә» конкурсында ҡатнаша. Уларға уңыштар теләп ҡалайыҡ!