Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Ноябрь 2019, 11:49

ЙӨРӘКТӘН-ЙӨРӘККӘ ЙЫЛЫ ӨЛӘШЕП...

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Йөрәктән-йөрәккә” I асыҡ шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Был күркәм сараның төп ойоштороусыһы—үҙәк китапханалар системаһы. Уларға Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, урындағы башҡорттар ҡоролтайы, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге ярҙамға килеп, сараны әлеге кимәлгә алып барып еткереүгә өлгәшкәндәр.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Йөрәктән-йөрәккә” I асыҡ шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Был күркәм сараның төп ойоштороусыһы—үҙәк китапханалар системаһы. Уларға Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, урындағы башҡорттар ҡоролтайы, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге ярҙамға килеп, сараны әлеге кимәлгә алып барып еткереүгә өлгәшкәндәр.
Әҙәбиәткә булған мөхәббәт, рух күтәренкелеге һәм матурлыҡ менән һуғарылған һүҙ оҫталары конкурсы Башҡортостан Республикаһының һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап үткәрелде. Ойоштороусылар “100 йыллыҡҡа—100 ҡатнашыусы” тигән маҡсат ҡуйһа, уларҙың һаны артып китеп, 142-гә барып еткән. Бәйге иғлан ителгәс, яҡындағы Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан тыш, Мәсетле, Бөрйән, Илеш, Дыуан, Нуриман райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да ҡатнашырға теләк белдереп, шиғыр һөйләүселәр видеояҙмаларын ебәргән. Хатта Севастополь ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаған. Әлбиттә, был бик ҡыуаныслы хәл. Шундай ихласлыҡ күрһәткән таланттарыбыҙ барында туған телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ йәшәйәсәк әле.
Ғөмүмән, конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштары ай дауамында социаль селтәрҙәге махсус төркөмгә һалып барылды. Шуға күрә улар ярайһы уҡ популярлыҡҡа өлгәшеп, тамашасының күңелен яулап өлгөргән ине инде.
Конкурсанттарҙы мәртәбәле жюри баһаланы. Ә инде Балалар ижады үҙәгендә үткән тамашала сәхнәгә иң
күп тауыш йыйыусы бәйгеселәр сыҡты. Улар араһында яңғыҙ ҙа, парлап та, коллектив менән дә сығыш яһаусылар бар ине.
Тамашаны Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев асып ебәрҙе.
—Беренсе тапҡыр уҙғарылған шиғыр бәйгеһе бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Тимәк, халҡыбыҙ мәҙәниәткә,
шиғриәткә, әҙәбиәткә тартыла, уны ярата. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр бик күп ине. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең дә ситтә ҡалмауы бик ҡыуаныслы хәл. Был сараға тағы бер мәртәбә өҫтәй. Ғөмүмән, “Йөрәктән-йөрәккә” бәйгеһе йөрәктәргә барып етте, кешеләрҙе битараф ҡалдырманы. Бөтә эштәр ҙә маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Ойоштороусылар бик тырышып эшләне. Барыһына ла оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Киләсәктә был конкурсты йыл да үткәреп, уны матур бер традицияға әйләндерербеҙ, тип ышанам,—тине үҙ сығышында Илшат Рәшит улы.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигының сәләмләү һүҙенән һуң, сәхнәгә һүҙ оҫталары—шиғыр һөйләүселәр күтәрелде. Һәр бер сығыш Замир Йәнтүрин етәкселегендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының моңло көйҙәре менән оҙатылып, йыр-бейеү менән аралаштырылып барҙы.
Аҡ еләндә сығып “Аҡмулла нәсихәттәре”н һөйләүсе Хәлил Һөйөндөковтың сығышын тамашасы бик йылы ҡабул итте. Ә Антонина Трофимова ихласлығы менән айырылып тора ине. Фирҙәүес Әминева, Гүзәлиә Шөғөрова һөйләгән шиғырҙар ҙа һәр кемдең күңеленә хуш килде. Тамашасылар Рәис Түләктең “Яныу” поэмаһынан өҙөк ятлаусы Радик Өмөтҡужин (Әб-йәлил) менән актер Вадим Ғилмановтың (Сибай) сығышын көслө ал-
ҡыштарға күмде. Бик тәрән мәғәнә һалынған шиғыр юлдарын бәйгеселәр урын-еренә еткереп оҫ-та башҡарҙы, хатта тамашасы күҙенә йәштәр эркелде. Ғөмүмән, Рәис Түләктең тәрән фәлсәфәгә ҡоролған, хис-тойғолар даръяһынан торған шиғырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгелдер ул.
Коллектив менән сығыш яһаусы “Һөйкөмлө ҡыҙҙар” төркөмө иһә үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо. Йәш конкурсант Тимур Байрамғолов тамашасыларға рух күтәренкелеге өҫтәне. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар коллективының “Мин-россиянмын” шиғыры ла халыҡ күңеленә хуш килде.
Конкурсанттарҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды. “Атайсал” гәзитенең махсус бүләгенә Наҙгөл Йәнбаева лайыҡ булды.
Әлбиттә, тамашаның иң тулҡынландырғыс өлөшө еңеүселәрҙе билдәләү ине. Шулай итеп, жюри ағзалары иң-иңдәр араһынан еңеүселәрҙе һайлап алды. Мостай Кәримдең “Ун етенсе яҙ” шиғыры менән сығыш яһаусы Гөлнара Ҡаҙарбаеваға 3-сө урын бирелде. Абдулхаҡ Игебаевтың “Башкирка” шиғырын һөйләүсе Айгөл
Бохарбаева 2-се урын яуланы. Үҙенсәлекле сәхнә кейемендә сығып, Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры менән айырыуса ихлас сығыш яһаусы Гөлкәй Хәсәнова 1-се урын алды. Ә инде Гран-приға әсәле-ҡыҙлы Раушания һәм Азалия Хәзиевалар лайыҡ булды. Уларҙың барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
Шиғри йәнле кешеләр күңелендә сафлыҡ, паклыҡ йөрөтә. Ундайҙар күберәк булған һайын, донъя ла йәмлерәк. Илһам сығанаҡтарыбыҙҙы ҡоротмай, киләсәктә лә шулай йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп йәшәһәк ине. Әлеге күркәм шиғри бәйге беҙгә йән йылыһы биреп, рухландырҙы, нурландырҙы. Күңелдәрҙе күтәргән, сәмләндергән, моңландырған, уйландырған был сара һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Киләсәктә лә талантлы нәфис һүҙ оҫталарын Сибай сәхнәһендә күрербеҙ әле.
Нәркәс Алсынбаева.