Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Тапаҡов уҡыуҙары» үтте.
«Рәшит ағай Солтангәрәевтың һөйләгәне хәтерҙә: «Студент саҡта төн уртаһында Өфөнөң ҡараңғы бер урамында тороп ҡалдым. Бер үҙем. Транспорт йөрөүҙән туҡтаған. Нисек тә ятаҡҡа ҡайтырға кәрәк бит. Нимә эшләргә? Шул мәл эргәмдән генә бер кеше үтеп барғанлығын абайлап ҡалдым. Башыма уй төштө: «Китап тотҡас быға һис һүҙһеҙ ышанырға була!». Эсемдән генә өмөтләнеп тегегә эйәреп киттем һәм бер аҙҙан ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә килеп сыҡтыҡ. Бына бит китап, китаплы кеше нишләтә, һәр саҡ юғары, яҡты ергә сығара!»
Был юлдарҙы мин юҡҡа ғына яҙманым. Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейында «Тапаҡов уҡыуҙары» тип аталған төбәк ярышы үтте. Һүҙ ҙә юҡ, үтә лә күркәм, шаулап-гөрләп бик тә юғары кимәлдә уҙҙы. Коллектив ныҡ, ентекле, һәр мәлде урын-еренә еткереп әҙерләгән, уларға ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Ер аяғы ер башынан тиҫтәләгән уҡыусы, уларҙы оҙатып уҡытыусылары килеп еткән. Конкурсанттар поэзия, проза, драматургия, публицистика йүнәлешендә сәмләнеп ярышты, уҡытыусылар иһә әҙерләгән дәрес ҡулланмалары буйынса көс һынашты. ЮНЕСКО ҡурсаулығы аҫтында ике этапта (ситтән тороп һәм туранан-тура) үткән, арҙаҡлы ҡунаҡтар ҡатнашҡан, баһалаған ярыш оҙон көн буйы барҙы, еңеүселәр ҡатнашыусы сертификаты, китаптар, календарь менән бүләкләнде.
Бынан ярты йыл элек «Тапаҡов уҡыуҙары»ның положениеһы әҙерләнеп бөтөп рөхсәт алыу йәһәтенән ҡулыма килеп эләккәс «мине ҙурлау, ижадымды күтәрмәләү кәрәкмәй»ҙән һалдырып ҡырҡа ҡаршы килгәйнем дә сара үткәс, бында бит төп маҡсат балаларҙы интернеттан, смартфон, айфон, ноутбуктарҙан айырып китапҡа, ижадҡа йәлеп итеү икән дә баһа, тип ҡыуанып киттем. Шөкөр, китап, китаплы кеше барҙа, әҙәбиәткә, ижадҡа ылығыусылар булғанда йәшәйбеҙ әле, йәмәғәт, йәшәйбеҙ!»
Гәзит баҫмаға әҙерләнгәнсе әҙип социаль селтәрҙәге «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә ошондай мәғлүмәтте яҙып, саранан фотолар ҡуйып та ҡуйҙы. Ҡалайтаһың, заманаһы шундай: барҙың, күрҙең, яҙҙың, ҡуйҙың, кеше уҡыны, мәғлүмәтле булды. Беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә еңеүселәр хаҡында яҙырға, Хәйҙәр Ниғәмәт улы туҡталмаған мәлдәрҙе генә аҡ ҡағыҙға теҙергә ҡалды.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған «Тапаҡов уҡыуҙары»ның ситтән тороп үткәрелгән инша һәм эссе конкурсында Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе райондарынан, Сибайҙан 50-нән ашыу эш ҡаралған. «Ирәндек» лицейы директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы билдәләүенсә, конкурсҡа ирекле темаға ла, Хәйҙәр Тапаҡовтың ижадына ла бәйле эштәр күп килгән. Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ: ижади конкурсҡа уҡыусылар, уҡытыусылар башҡорт һәм рус телдәрендәге яҙмаларын тәҡдим иткән. Башҡорт телендәге иншалар араһында Х.Тапаҡовтың «Бибинур ҡарсыҡ» әҫәре буйынса «Туған телем—әсә теле» иншаһын яҙған Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенең 5-се класы уҡыусыһы Малик Валиевҡа 1-се урын бирелде. Алға китеп шуны әйтәм: тап ошо рухлы малай шиғырҙар конкурсында ла 1-се урынға өлгәште.Уҡыу алдынғыһы, ҡурайсы, ҡумыҙсы, боксер Маликты ярышҡа уҡытыусыһы Зи-лә Әлмөхәмәтова әҙерләгән. Зөбәржәт Моратшина, (Әбйәлил), Регина Насырова (11-се мәктәп), Әлиә Өмөтҡужина (Әбйәлил), Алина Йыһаншина (7-се мәктәп), Наҙгөл Солтановаларҙың (1-се мәктәп) иншалары призлы урындар яуланы. Башҡорт телендә иң яҡшы эссены Миләүшә Батталова (Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) яҙған. Ләйсән Моратова (Әбйәлил), Азамат Малаев (11-се мәктәп), Айгүзәл Ураҡова (Йылайыр районы Һабыр мәктәбе) Эвелина Уралбаеваларҙың (Сибай гимназия-интернаты) эштәре лә юғары баһаланды. Рус телендә ижад итеүселәр араһында «Ирәндек» лицейы уҡыусыла- ры әүҙемлек күрһәткән. Әлбиттә, был тәңгәлдә Зарина Арслановаға етеүселәр булманы. Миңлегөл Ибраһимова, Айгөл Ҡадырова, Алина Янышева, Данил Ямантаев, 9-сы лицейҙан Александра Юринаның эсселары өлгөлө тип танылды. Әйткәндәй, Александра Юрина конкурсҡа эссенан тыш, үҙе ижад иткән драманы тәҡдим итеп, «Ирәндек» лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Арина Нурмөхәмәтова менән әҫәренән өҙөк тә күрһәтте. Ҡыҙҙарҙың һәләттәре бар, афарин!
«Тапаҡов уҡыуҙары» сиктәрендә уҡытыусылар, уҡыусылар «Театрҙың тылсымлы ҡеүәте» тип исемләнгән үҫмерҙәр өсөн заманса драматургия постановкаларына театрлаштырылған видеороликтар төшөрөп тә ярышты. «Ирәндек» лицейы уҡытыусылары Л.Ф.Ниязғолова, Г.Т.Ҡасимова, Әбйәлилдән Г.Р.Fәбитова, 7-се мәктәптән Ә.Ә.Ибраһимоваларҙың видеороликтары иң яҡшылары тип табылды. Балалар араһында Алмаз Әхмәтйәнов («Ирәндек» лицейы), Айгүзәл Уразбаева (1-се мәктәп) айырылып торҙо.
«Дәрестә Тапаҡов һүҙе» номинацияһына уҡытыусылар Хәйҙәр Ниғәмәт улы ижады буйынса дәрес эшкәртмәләре тәҡдим итте. Әҙиптең «Эҙҙәр» эссеһы буйыса класс сәғәте эшкәртмәһе әҙерләгән «Ирәндек» лицейы уҡытыусыһы М.Ю.Черватюк еңеү яуланы. Шулай уҡ ошо уҡ белем усағы уҡытыусыһы М.М.Горстова, З.Х.Хөснуллина (Көйөргәҙе), Д.Ә.Әбдрәхманова (1-се мәктәп), З.З.Әлмөхәмәтова (Баймаҡ ҡалаһы), Л.И.Атанғолованың (Йылайыр районы) дәрес эшкәртмәләре уңышлылар иҫәбенә индерелде.
Уҡыусылар, студенттар Хәйҙәр Тапаҡовтың ижады буйынса тикшеренеү эштәре лә башҡарған. Өлкәндәр араһында БДУ-ның Сибай институты студенты Рүзилә Fәбитова еңеү яулаһа, уҡыусылар араһында «Ирәндек» лицейынан Әминә Әхмәтйәнованың эше иң яҡшыһы булараҡ билдәләнде. «Ирәндек» лицейынан Фәдис Ҡасимовтың «Тоҙло прәниктар» әҫәре буйынса тикшеренеү эше маҡтауға лайыҡ.
«Шиғыр һөйләүселәр» конкурсында балалар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы ятлап ярышты. Үрҙә әйтеүебеҙсә, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Малик Вәлиев «Мин башҡорт балаһы» тигән шиғырын яттан һөйләп, музыка ҡоралдарында уйнап, барыһын да таң ҡалдырҙы. Майҙан хужалары—Әҙилә Хоҙайбирҙина, Илназ Ҡасимов, Вадим Хорунов, Әмирхан Дауытов, Гөлиә Мостахитдинова, Фидәлиә Ҡасимова, Наталья Пелисова, Елизавета Италмасова, Дилә Дауытова, 7-се мәктәптән Рәмилә Ҡаһарманова, Мәликә Әбүбәкирова, 6-сы мәктәптән Наҙгөл Игишева, Хәйбулла районының Әбүбәкир мәктәбенән Айгүзәл Билалова, Мәҙинә Акилова, Альбина Моталова, Айгөл Байрамғолова, Гөлназ Солтанғолова (Йылайыр районы Юлдыбай ауылы), Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге гимназия уҡытыусыһы М.И.Килдебаева матур шиғырҙары менән ҡыуандырҙы.
Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа, тамашасылар ҙа саранан бик ҡәнәғәт ҡалды. Хәйҙәр Ниғәмәт улын яҡташтары, ҡасандыр үҙе менән бергә эшләгән уҡытыусылар—Гөлнур Солтанғужина, Ләлә Атанғолова, Римма Ҡоҙашевалар тәбрикләүе конкурсҡа ҙур мәртәбә өҫтәне. Гимназия уҡытыусыһы Р.Ю.Торомтаева, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтовтар ҙа сығыштарында яҙыусының әҫәрҙәре халыҡсан булыуы менән алдырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы Гөлкәй Сәмәрханова Х.Тапаҡовтың «Ҡаршы сығып ал» повесын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова уҡып, аудиокитапҡа яҙҙырыуҙарын белдерҙе. ЮНЕСКО ҡурсауы аҫтында үткән «Тапаҡов уҡыуҙары» киләсәктә ике йыл һайын уҙғарыласаҡ.