Нәҡ ошолай нарыҡланды ла инде беҙҙең «Бәйләнештә» төркөмөндә барған фотоконкурсыбыҙ. Бик аҙ ғына ваҡытта тиҫтәнән ашыу эш алып ҡыуандыҡ, улай ғына ла түгел, төбәгебеҙҙә дәртле, ихлас, сәмсел халыҡ йәшәүен белеп һөйөндөк.
Конкурстың маҡсаты халыҡта байрам кәйефе уятыу, талантлыларҙы асыҡлау ине. Беҙ һеҙҙең ярҙам менән ниәтебеҙгә өлгәшкәнбеҙҙер, тибеҙ. Конкурсҡа килгән фотоһүрәттәргә ҡарап шуны белдек: ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, бик күп ауылдарҙа береһенән-береһе уҙҙырып ҡар һәм боҙ һындар әүәләйҙәр икән. Унда ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй әүҙем ҡатнаша. Барыһын бергә берләштереүсе байрамдың мөғжизәһе, бәлки, нәҡ шул татыулыҡта, күтәренке кәйефтәлер ҙә. Һындарҙың сағыулығы күңелде күтәрә, йәнһүрәт персонаждары әкиәт иленә алып бара, ә оҫта ҡуллыларҙың фантазиялары бөтөнләйе менән хайран итә! Мәҫәлән, Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылынан Фирғәт Истәков ебәр-гән фотоларға күҙ һалайыҡ әле. Ниндәй генә һындар юҡ бында?! Ә төҫтәре һуң: күкһел, һары, ҡыҙғылт-һары, һоро... Әйтерһең дә, йәйғор уйнай. Ауыл мәктәбе алдына ҡуйған был һындарҙы уҡытыусы Фирғәт Һиҙиәт улы уҡыусылары менән бергәләп эш-ләгән. Сәйғәфәрҙән алыҫ урынлашмаған Ярат ауылы халҡы ла бик дәртле. «Беҙҙең Fирфан шәп бит ул»,—тип хуплап ҡына торалар Кинйә урамында йәшәүсе Fирфан Мырҙаҡаевты. Ул үҙенең улы Fәҙел менән ауыл урамын ҡыҫҡа ғына арауыҡта ҡар һындар менән биҙәп сыҡҡан һәм уларҙы төрлө төҫкә мансыған. Ошо уҡ районда урынлашҡан Ишей ауылы халҡы ла бик сәмсел булып сыҡты. Конкурс башланыу менән мәктәп алдына һәм Почта урамына ҡуйылған һындарын фотоға төшөрөп, беҙгә ебәреп тә ҡуйҙылар. Һәр конкурста әүҙемлек күрһәткән Венера Ҡасҡыноваға ҙур рәхмәт тибеҙ. Ишей-ҙәр эшләгән һындар башлыса ҡарағусҡыл күк, сағыу ҡыҙыл төҫкә буялған. Сикәләрҙе ҡыҙартып, семетеп өшөткән һалҡын боҙ ҡаласыҡҡа барып сыҡҡандай хис итәһең үҙеңде. Тик бында «йәшәүсе»ләр уҫал түгел. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бик ихлас баҫып торһа, Ҡар бабай, йыл хужаһы дуңғыҙ йылмайып баға. Буранбай ауылынан Гүзәл Хали-ҡованың Ҡыш бабайына ҡарап ысынлап та бер ҡартты сырамытырға була. Бик килештереп эш-ләгән. Ҡыш бабай үҙенең Ҡарһылыуы менән шыршы янына баҫ-ҡан, ә уларҙың яндарында сусҡа бәрәстәре «йүгерешеп» йөрөй. Афарин, Гүзәл! Ә бына Йәрмөхәмәт ауылынан Айгөл Ишҡыуатованың ҡул эшенән йылылыҡ бөркөлә. Ул өйөн дә, ишек алдын да матур итеп биҙәп ҡуйған. Өмөтбай ауылынан Әнүзә Мәжитова ла бик матур эштәр ебәргән. Терпе, ҡабан, сәғәт, ҡосаҡлашҡан ике ҡар бабайға ҡараған һайын ҡарағы килә.
Йылайыр районынан да фотоһүрәттәр алдыҡ. «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының ишек алды әкиәт илен хәтерләтә. Яңы ғына мейестән сыҡҡан йомро икмәк тә, йыл хужаһы булыр дуңғыҙ ҙа бар бында. Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр был һындарҙы бик яратып ҡабул иткән. Ошо уҡ райондың Ш.Бабич исемендәге гимназияһы коллективы ла байрамды бик ашҡынып көтә. Белем усағының ишек алды төрлө төҫтәге һындар менән биҙәлгән.
Хәйбулла районында илһөйәр, рухлы халыҡ йәшәй икән. Быны беҙ Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылынан Гөлназ Сурина ебәргән фотоға ҡарап белдек. Һүрәттән күренеүенсә, улар ғаиләһе менән «Мин яратам һине, Вәзәм» тигән һын булдырған. Ҡыҙылға буялған йөрәк янында ҡурай таждарын күрергә мөмкин. Бик үҙенсәлекле эш. Афарин!
Сибайҙар ҙа конкурстан ситтә ҡалманы. Ҡаланың иң әүҙем балалар баҡсаһы булған «Сулпылар» коллективы данын тәрбиәсе Гүзәлиә Туйсина, Зөлфиә Ҡәйепҡолова яҡларға булды. Улар ата-әсәләр менән берлектә кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмөн бик матур итеп биҙәгән. Ошо уҡ балалар баҡсаһына үҙ улдарын йөрөткән Шә-риповтар ҙа конкурста үҙ көсөн һынап ҡарап яңылышмаған. Улар үҙҙәре йәшәгән йорт тәҙ-рәләрен бик матур итеп биҙәгән, әсә кеше улына йыл символы ҡабанды ла эшләп тоттор ған. Була бит шундай уңған кешеләр! Күҙ теймәһен генә! Ҡаланың «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының «Алтын балыҡ» төркөмө лә бик теләп конкурсҡа ҡушылды.
Ауылдаштарына, ҡалалаштарына, күршеләренә һәм, әлбиттә, «Атайсал» гәзитенең «Бәйләнештә» төркөмөн күҙәтеп барыусыларға байрам кәйефе бүләк итеүсе оҫта ҡулдарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Көтөп алған байрамығыҙ барығыҙға ла тик һөйөнөстәр алып килһен!
Ә еңеүселәргә килгәндә иһә, бына улар—Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе коллективы эшен күрһәтеүсе Фирғәт Истәков һәм ишейҙарҙе данлаусы Венера Ҡасҡынова. Ә бағыусыбыҙ «Аҙаш» полиграфия хеҙмәте үҙ бүләген Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәүсе Гүзәл Халиҡоваға бирергә ҡарар итте. Юл төшкәндә йә иһә Сибайҙа йәшәүсе туғандарығыҙ аша бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙ һорала.