Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Октябрь 2018, 16:07

Илһам биреп еңеүҙәргә...

Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Fарипова призына ижади бәйге уҙғарыу матур йолаға әйләнде. 1996 йылда «Ап-аҡ ҡарҙар» конкурсы менән башланғыс алған күркәм сара быйыл тәүге тапҡыр республика кимәленә сыҡты.

Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Fарипова призына ижади бәйге уҙғарыу матур йолаға әйләнде. 1996 йылда «Ап-аҡ ҡарҙар» конкурсы менән башланғыс алған күркәм сара быйыл тәүге тапҡыр республика кимәленә сыҡты.
Ҡатнашыусылар алдан уҡ проза, поэзия, журналистика буйынса эштәрен ебәргәйне. 9 район һәм 4 ҡаланан йәмғеһе 140-тан ашыу кеше ҡатнашып, 300-гә яҡын ҡулъяҙма тикшерелде.
Алтынсы йыл рәттән Сибай гимназия-интернатында үткәрелгән бәйгелә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының килмәй ҡалғаны юҡ. Ул ғына түгел, уҡыусыларҙың ижади эштәре менән шәхсән таныша, үҙенең баһаһын бирә, тантаналы рәүештә бүләген дә тапшырып ҡуя. Ә инде был сарала уның ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра.
—Башта ҡала мәктәптәре араһында ғына барған конкурстың географияһын киңәйтеп, республика киңлектәренә сығыуына шатмын,—тип ҡыуанысын йәшермәне яҙыусы.—1996 йылдың ҡарһыҙ, әсе елле ҡотһоҙ ҡышы бөгөнгөләй хәтеремдә. Түңәрәктең сираттағы ултырышында йәш ижадсыларға, балалар, әйҙәгеҙ, Хоҙайҙан күмәкләп ҡар һорайыҡ. Ул, моғайын, беҙҙең үтенесте ишетер ҙә, мул итеп ҡар яуҙырыр. Донъя аҡҡа төрөнөр. Юрған ябын-ған ер, ниһайәт, тынысланып йоҡоға талыр, тип өндәштем. Һәм беҙ күмәкләп, Хоҙайҙан ап-аҡ ҡар бөртөктәре ебәреүен һорап, шиғыр яҙырға тотондоҡ. Икеме-өсмө куплет шиғыр яҙҙыҡ та, бергәләп, хор менән, ҡат-ҡат уҡыныҡ. Шунан таралыштыҡ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы: иртән тороуыбыҙға бөтә ер ап-аҡ ҡарға күмелгәйне! Шатлыҡтың иге-сиге булманы. Шуға күрә лә Сибай ҡалаһы мәктәптәре араһында үткән тәүге ижад бәйгеһе «Ап-аҡ ҡарҙар» тип аталды.
БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Вәлиев һәм Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова бәйгенең әһәмиәтен юғары баһалап, ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Әйткәндәй, күптән түгел был ике белем усағы араһында хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөлгәйне. Шуның сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарыла. Әлеге сара ла юғары уҡыу йорто менән берлектә уҙғарылды.
Артабан йәш ижадсылар өс секцияға бүленеп, абруйлы жюри алдында һынау тотто. Малай-ҡыҙҙарҙың күңел нуры менән һуғарылған емештәрен журналистика ветераны Таңһылыу Fәйнуллина, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Нәйлә Ыласынова, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова, Сибай театр-концерт берекмәһенең әҙәби бүлек мөдире Мотал Рәмов, шағирә Фирүзә Алсынбаева, «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Ҡадаева, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Гөлкәй Сәмерхановалар йөкмәткеһе һәм әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы. Конкурсанттарҙың араһында матбуғатта даими сығыш яһаусыларҙың, ижади емештәрен туплап йыйынтыҡ әҙерләүселәрҙең булыуы ҡыуаныслы.
Сараның тағы бер биҙәге—уҡытыусы Әлнисә Алдырханова ойошторған «Тере тауыш» түңәрәк өҫтәлендә аралашыу, фекер алышыу булды. Бында уҡыусылар етәкселәре менән берлектә Таңсулпан Fарипова менән ҡапма-ҡаршы ултырып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты.
Тантаналы өлөштә Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова яҡташыбыҙға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән рәхмәттәрен еткерҙе.
Сара аҙағында Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы бәйгегә уҡыусылар әҙерләгән һәр етәксенең ҡулын ҡыҫып, Рәхмәт хаттары тапшырҙы, уңыштар теләне.
Шулай итеп, проза секцияһында еңеүсе итеп, Әбйәлил районы Рауил мәктәбе уҡыусыһы Эльвина Уйылданова табылды. Журналистика буйынса Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Лиана Сәғитоваға тиңдәр табылманы. Ә шиғри күңелле Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Ынйы Рәхимова поэзия секцияһында еңеү яуланы.
Эйе, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе шағир ҙа, яҙыусы йәиһә журналист булып та китмәҫ. Әммә, уларҙың күңелендә халҡыбыҙ рухы йәшәй. Һүҙ ҡәҙеренә ихтирам, телебеҙгә һөйөү йәшәй. Шуныһы ҡыуандыра!
Данил Әбделғазин.
Һүрәттә: Айгизә Әбдисова яҙыусы Т.Fарипова һәм конкурсҡа әҙерләүсе етәксеһе Д.Әбделғазин менән.