Үткән шәмбе Сибай ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Fафури паркында, динопарк асылыуҙан тыш, скандинавса атлаусыларҙың 1-се спартакиадаһы ла үтте.
—Мин ошо паркка килеп йүгергеләйем. Килгән һайын иртәнсәк скандинавса атлаған апай-инәйҙәрҙе осратам. Хәҙер был спорт төрө ҡалала ҙур популярлыҡ яулап бара бит. Бер көн, ниңә уларға иғтибар бүлмәйбеҙ әле, улар өсөн дә берәй спартакиада ойошторорға кәрәк, тигән уйға килдем,—ти ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Әминев Фәнил Fабдрафиҡ улы спартакиаданы ойоштороу сәбәптәрен аңлатып.
Беренсе спартакиадала кеше бик күп булманы. «Зарар юҡ, был беренсеһе генә бит әле. «Скандинавтар» өсөн бындай ярышты йыл да ойошторорбоҙ, тимен. Күреп торорһоғоҙ, алдағы йылдарҙа ярышҡа халыҡ күберәк киләсәк»,—ти Әминев.
Ярыш өс төркөмгә бүлеп үткәрелде. 40 йәшкә тиклемгеләр паркты—өс (һәр әйләнеш 1850 метр), 60 йәшкә тиклемгеләр—ике, унан өлкәнерәктәр бер әйләнде.
Ярышҡа старт бирер алдынан иң өлкәндәрҙең береһе—77 йәшлек Мозафарова Гөлфирә Нәжметдин ҡыҙы менән әңгәмәләштем.
—Был спорт төрө һеҙгә нәмә бирә?—тигән һорауыма ул:
—Мин «атлау» менән өс йыл тирәһе шөғөлләнәм. Иртән тороп намаҙ уҡыйым да 6-сы яртыларҙа «атларға» сығам. Көн дә ошо паркты өс әйләнәм. «Атлай» башлаған бирле үҙемде яҡшы тоям, кәүҙәм еңеләйеп ҡалды. Ҡан баҫымым юғары ине, хәҙер һәйбәтләнде,—тине.
—Хәҙер нисә әйләнергә уйлайһығыҙ?
—Берәү әҙ булыр. Өс!—тип яуап бирҙе йылмайып Гөлфирә апай.
—«Скандинавса йөрөү» менән ниңә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына шөғөлләнә? Бабайҙарға ни булған?—тип тә һораным.
—Бабайҙарҙың күбеһе былай ҙа бер таяҡ менән йөрөй бит,—тип шаяртты ярышыусылар.—Был спорт төрө менән шөғөлләнгән ир-егеттәр бар ул, тик улар бик һирәк. Тартыналар. Ике таяҡ таянып йөрөүҙе «егетлеккә» һанамай шикелле улар.