Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Июнь 2018, 11:32

МӘҒРҮР ИРӘНДЕК КҮКРӘГЕНӘН ХАЛҠЫМ МОҢО АҒЫЛДЫ

Бынан теүәл 22 йыл элек, йәғни 1996 йылдың йәмле майында йырҙарҙа йырланған, риүәйәттәрҙә данланған Ирәндек тауҙары итәгендә тәүге тапҡыр «Ирәндек моңдары» фестивале ойошторола. Шул мәлдән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы күркәм традицияға әүерелеп, Сибай ҡалаһы иң һәләтле, моңло, дәртле балалар һәм йәштәрҙе йыйыр төбәккә әйләнде. Быйыл был йыр-моң бәйгеһе 14-се тапҡыр үткәрелде.

Бынан теүәл 22 йыл элек, йәғни 1996 йылдың йәмле майында йырҙарҙа йырланған, риүәйәттәрҙә данланған Ирәндек тауҙары итәгендә тәүге тапҡыр «Ирәндек моңдары» фестивале ойошторола. Шул мәлдән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы күркәм традицияға әүерелеп, Сибай ҡалаһы иң һәләтле, моңло, дәртле балалар һәм йәштәрҙе йыйыр төбәккә әйләнде. Быйыл был йыр-моң бәйгеһе 14-се тапҡыр үткәрелде.
Конкурстың абруйы һәм унда ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Бәйгелә Ҡаҙағстандан, Үзбәк-стандан, Татарстан Республикаһынан, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан йырсылар ҡатнашты. Төрлө йылдарҙа сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҙа килде. Сибайҙар Япония, Венгрия, Әрмәнстан, Ҡалмыҡ, Бүрәт, Тыва, Яҡут Республикаларынан килгән сәнғәт оҫталары сығыштарын һаман һағынып иҫкә ала. Был юлы байрамға Бөтә Рәсәй һәм халыҡ- ара конкурстар лауреаты, Мө-кәрәм Торғонбаева исемендәге премия лауреаты, Үзбәкстандан килгән йырсы һәм бейеүсе Лилиә Мөхәмәҙиева сараға ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне.
Fаилә йылына, Башҡортостан Автономияһының—100, яҡташыбыҙ, атаҡлы ҡурайсы, актер, драматург, композитор, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында балалар, үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар үҙ-ара көс һынашты, халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе, уларҙың тарихы менән таныштырҙы. Баһалама ағзалары конкурсанттарҙы 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-35, 35-50 йәшлектәр араһында айырым билдәләне. Бөтәһе 81 бәйгесе ҡатнашып, шуларҙың 14-е—профессиональ йырсы, 26-һы—үҙеш-мәкәрҙәр, ҡалғаны балалар ине.
Бәйгеселәрҙе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы.
Конкурстың 16 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнашҡан өлөшө «Сулпан» балалар театрында ойошторолдо. Балалар араһындағы конкурстың баһалама етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева әйтеүенсә, быйыл улар төрлө ҡала һәм ра-йондарҙан килгән ҡырҡҡа яҡын һәләтле баланың сығышын тыңлаған. Сибайҙан 4 йәшлек Азалия Ҡәйепҡолова менән Әбйәлилдән Нәргизә Зәйнетдиноваларҙың сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы то-тоуҙары һоҡландырҙы. Шулай уҡ Сибайҙан Ильяс Кинйәбулатов, Мира Харрасова, Әбйәлилдән Айгизә Вәлиева, Хәйбулла районынан Руфина Бейембәтова, Ильяс Байгилдин, Баймаҡ районынын Инсаф Зәйнуллин, Вилиә Ҡотоева, Азамат Замановтарҙың тауыштары ла маҡтауға лайыҡ.
Балалар араһында быйыл Мәскәүҙә уҙған «Хыял ҡошо» Бөтә Рәсәй конкурсында финалға сығып, үҙенең моңо, тауышы ме-нән күптәрҙе таң ҡалдырған Учалының йәш йондоҙо Ләйсән Золотареваның ҡатнашыуы үҙе бер сағыу биҙәк булды. Бәйгелә ҡатнашыусы балалар барыһы ла уға тиңләшергә, унан өлгө алырға тырышты.
—Мәскәүҙә сығыш яһауы ауырыраҡ булғайны. Бында улай түгел,— тине «Тере оркестр» исемен алған Ләйсән, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.—Ҡурайҙа, думбыра, ҡумыҙ, синтезаторҙа уйнайым. Мәскәүҙә конкурста ҡатнашҡан өсөн миңә акустик гитара бүләк иттеләр. Уның да ҡылдарын сиртәм. Беҙҙең Бай- рамғол ауылында музыка мәк-тәбе юҡ. Музыка инструменттарында уйнарға ла, йырларға ла мине атайым Ирек Нуретдинов өйрәтә.
Өлкәндәр араһында ла бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Фәрзәнә Сәғитова белдереүенсә, быйыл конкурсҡа көслө, моңло тауышлылар бик күп килгән. Профессиональ йырсылар араһында ғына 16 бәйгесе ҡатнашырға теләк белдергән һәм шуларҙың 14-е үҙ көсөн һынап ҡараған.
—Барыһын да шул тиклем оло кинәнес менән тыңланыҡ. Ҡайһы бер йылдарҙа конкурста еңеүсене билдәләрлек тә бәйгесене тапмай инек, ә быйыл еңеүсе исеменә дәғүә итеүселәр бик күп. Иң ҡыуандырғаны: халыҡ йырын шул тиклем оҫта, дөрөҫ һәм теүәл башҡарҙылар. Хатта беҙҙең тән-дәребеҙ семерҙәп, күңелдәребеҙ һиҫкәнеп, йөрәктәребеҙ һулҡылдап китте. Өмөтлө йәштәр бар, бәйгеселәрҙең күбеһе ошо төбәктән. Хатта Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһынан килеүселәр ҙә, Нефтекама, Fафури яҡтарынан ҡатнашыусыларҙың да тыуған яғы бәрәкәтле Баймаҡ, Сибай булыуы хайран итә! Милләттәштәребеҙҙең күпләп йәшәгән, мәшһүр йыраусылары менән дан тотҡан, илаһи моңдарыбыҙҙың иң гүзәл өлгөләре һаҡланған аҫаба төбәк-тә халыҡ йырына, уның моңона ғашиҡ кешеләрҙең булыуына аптырайһы түгел, бының шулай булыуы тәбиғи күренеш,—тине Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы.—Конкурсҡа, бигерәк тә «Ирәндек моңдары»на бер-ике көндә әҙерләнеү мөмкин түгел. Башҡа конкурстарҙан айырмалы рәүештә, бында йылдар талап ителә. Шуға күрә иң көслө башҡарыусылар ғына икенсе турға үтә алды. Иң ҡыуандырғаны: быйыл һигеҙ конкурсант башҡорт халҡының мәшһүр йыры «Буранбай»ҙы шул тиклем оҫталыҡ менән башҡар-ҙы. Ә был йырҙы барыһы ла йырлай алмай, «Буранбай»ҙы йырлаған кеше халыҡ йырын да, ҡыҫҡа, эстрада йырҙарын да еңел баш-ҡара аласаҡ. Тимәк, йыр сәнғәтенең киләсәге бар, йәштәребеҙ лайыҡлы рәүештә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығына эйә, уларҙы дауам итә аласаҡ, тип оло ышаныс менән әйтә алам. Ике көн буйына 160-тан ашыу халыҡ йырын тыңланыҡ. Һирәк башҡарылған йырҙарҙың ишетелеүе икеләтә һөйөнөс. Был юлы беҙ «Нәҫел йыры», «Зарыҡай» кеүек урындағы фольклорға нигеҙләнгән йырҙарҙы, шулай уҡ «Кәтинкә», «Типа», «Һыу өҫтө» кеүектәрҙе ишетеп ҡыуандыҡ. Ә инде конкурстың шарттарына үҙгәреш индерелеүенә, йәғни уның йәше 50 йәшкә тиклем оҙайтылыуына ҡарашым ыңғай түгел. Сөнки бәйге башланғанда, уның төп маҡсаты йәштәрҙә халыҡ йырына ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм араларынан иң-иңдәрен табыу, уларҙы артабан үҫтереү ине. Илле йәштән үтеүселәр өсөн «Оҙон көй» кеүек башҡа конкурстар етәрлек, ә бына йәштәрҙә халыҡ йырына һөйөү, уны пропагандалау, башҡарыу йәһәтенә килгәндә, «Ирәндек моңдары» конкурсының әһәмиәте ғәйәт ҙур. Балалар араһында ҡатнашыусыларҙы беҙ уларҙы күҙәтеп барабыҙ, өмөтлөләрен музыка буйынса артабан белем биреү маҡсатында уҡырға саҡырабыҙ.
Әйтергә кәрәк, сараны ойоштороусылар, баһалама ағзалары ла ике көн буйы алһыҙ-ялһыҙ бик көсөргәнешле эшләне. Көндөң берсә йылып, берсә һыуытып ебәреүе лә, ямғыр яуыуы ла бәй-геселәрҙең күңелен төшөрмәне, Ирәндек буйында туҡтамай моң ағылды ла ағылды.
Гала-концерт ҡаланың Үҙәк майҙанында үтте. 14-се тапҡыр уҙғарылған төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы- ларҙың «Ирәндек моңдары-2018» бәйгеһенең төп бүләгенә Өфө ҡалаһынан Дамир Тайыпов лайыҡ булды. Уға Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов бағыу-сы—«Гранэль» йәмғиәте әҙер-ләгән100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Балалар араһында Гран-при хаҡлы рәүештә Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан Ләйсән Золотареваға эләкте. Беренсе урынды иһә балалар араһында Әбйәлилдән Айгизә Вәлиева менән Сибай ҡалаһынан Ильяс Кинйәбулатов бүлешһә, үҙеш-мәкәрҙәр араһында (16-35 йәш-лектәр араһында) Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура) менән 35-50 йәшлектәр араһынан Фәннүр Аралбаевтың (Баймаҡ районы) өлөшөнә төштө. Профессиональ йырсылар төркөмөндә беренселекте Өфө ҡалаһынан Алмас Хөсәйенов менән Рәфис Сирусин яуланы.
Сәхнәлә быйылғы еңеүселәр менән бергә төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булған йырсылар сығыш яһаны.
Дамир Таипов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының V курс студенты, төп бүләккә лайыҡ булған бәйгесе:
—Ҡыуанысым күңелемә һыймай. «Ирәндек моңдары»на рәхмәтем ҙур, ул мине үҫтерҙе, бәйгелә өсөнсө тапҡыр тауышымды һынап ҡараным һәм бына Гран-при. Йәш быуынды бә-ләкәйҙән милли ижадты яратырға өйрәткән, халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләгән бәйге мәңге йә-шәһен, уны ойоштороусылар- ға ҙур рәхмәт! Сығышым менән Әбйәлил районының Буранғол ауылынанмын. Кәләшем Нәргизә Баймаҡ районының Буранбай ауылы ҡыҙы. Уның менән бергә уҡыйбыҙ. Әйткәндәй, был конкурста ул да бәләкәй сағында ҡатнашып, призлы урын алған. Тағы шуныһы: ҡайным Фәннүр Аралбаев та бөгөнгө бәйгелә һә-үәҫкәр йырсылар араһында 1-се урын яуланы. Ҡотлайым уны! Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы булараҡ, үҙ өҫтөмдә етди эшлә-йем. Халыҡ йырын яратып баш-ҡарам, бигерәк тә «Буранбай», «Бейеш» йырҙары күңелемә яҡын. Репертуарымда күберәк башҡорт, рус телдәрендә йыр-ҙар булһа, киләсәктә итальян телен өйрәнеп, шул телдә ария, романстар йырларға иҫәп тотам.