Башҡорт ҡыҙҙарының донъяла иң һылыуҙар араһында баһаланыуына өйрәнеп тә барабыҙ шикелле. Эш бер матурлыҡта ғынамы ни! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыйыулығына ла һәйкәл ҡуйырлыҡ. Кемдәрҙең ҡатындарын үҙ милли кейемдәрендә йөрөгәнен күргәнегеҙ бар? Бер башҡорт ҡатындарын ғына. Республикалағыһын әйтеп тә тормайым, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге саралар булһын, беҙҙекеләр унда үҙ кейемендә йөрөй, бынан һис уңайһыҙлыҡ кисермәй, киреһенсә, үҙен өйҙәгеләй иркен тоя.
Был турала бөтөн республикаға киң билдәле журналист Лариса Абдуллинаның фекере оҡшаны. «Әбйәлил районынан Сәрбиямал апайҙан эшләтеп алған һаҡалымды тағып Татарстанға барырға насип итте. Татар ҡатындары ғына түгел, республиканың элекке Президенты Миңтимер ағай ҙа таң ҡалды: «Башҡорт ҡыҙҙары ҡыйыу инде ул, беҙҙекеләрҙән быны таҡтырып та булмай...»,—тип йылмайҙы. Туҡай премияһы лауреаты Мәҙинә Маликова ла был фекерҙе раҫланы: «Урамға сығыу менән үк үҙебеҙҙекеләр ергә ятып көләсәк»—тине ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә депутаттар ҙа, министрҙар ҙа милли кейемде үҙ итте. Шәп тә инде. Дәүләт власына яҡын булғандарҙың был аҙымын хуплап телгә алам, сөнки баш тартҡандар ҙа юҡ түгел. Был, моғайын, кешенең эске инаныуынан киләлер».
Үткән аҙнала Сибайҙа 2020 йылда буласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үткән III «Сәсмәүерем, селтәрем-2018» төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестиваль-конкурсының шаулап үтеүе лә әйткәндәремә бер ҡеүәт. Сибай ҡалаһы, ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, Сибай сәнғәт колледжы, Асия Fәйнуллинаның «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, төбәк ағинәйҙәре ойошторған был ҙур сараның маҡсаты—милли кейемде пропагандалау, йәштәрҙе был шөғөлгә йәлеп итеү, оҫталарҙан дәрестәр алыу, проект авторҙарын, ювелир изделиелары оҫталарын табыу, боронғо, заманса милли кейемдәр өлгөләрендә зауыҡ тәрбиәләү, башҡорт милли кейемен әҙерләүселәр хаҡында мәғлүмәт туплау, фестиваль-конкурс нигеҙендә ғилми-ғәмәли эш башлау.
Сарала, донъяның ҡайһы төбәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт кейемен үҙ иткән, яҡын күргән, теләгән бер кеше ҡатнаша алды. Һәләтен һынап ҡарар, башҡаларҙан һабаҡ алыр өсөн килгәндәр ҙә аҙ түгел ине.
«Беҙ был фестивалгә «Киске Өфө» гәзите мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева тәҡдиме менән алты кеше килдек. Күргәҙмәгә алъяпҡыс, түшелдерек, ҡалпаҡтар ҡуйҙыҡ. Мәсетленән тиһәк тә, беҙ бында үҙебеҙҙе Башҡортостандың тотош төнъяҡ-көнсығыш өлөшө—биш район—вәкиле булараҡ күрһәтәбеҙ. Сибай бик алыҫ булып сыҡты, 12 сәғәт килдек»,—тине Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Әхкәмова Нәзирә Фазылйән ҡыҙы. Нәзирә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләй икән. Сибайға тәүгә килгән. Уларҙың алъяпҡыстары, түшелдеректәре беҙҙең яҡ райондарҙыҡынан ни яғы менәндер айырылып торғаны шунда уҡ күҙгә ташлана. Башҡарыу оҫталығы, технологияһы, Уралыбыҙҙың аҫыл таштарын иркен ҡулланыуҙары менәнме икән... Уларҙың эштәренән боронғолоҡ «еҫе» аңҡып тора кеүек тойолдо. Шуғалыр, күргәҙмәгә килгән кешеләрҙең күбеһе Нәзирә Фазылйән ҡыҙы янында өйөрөлдө.
Йылайырҙар сәнғәт колледжының яңы ғына япраҡ ярып килгән бейек ҡайындары төбөнән урын алған. Урман кешеләре ағаслыраҡ урынды һайлай инде. Улар 13 кеше килгән. Юлдыбай ауылының «Ҡәнифә» ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Хәфизә Амантаева оҙон ағас өҫтәлгә күргәҙмәгә алып килгән «хазиналарын» теҙеп тора. Ҡалғандар оҫталыҡ дәресенә таралып бөткән: кемдер буҫтауға йөн менән орнамент яһарға, кемдер селтәр эшләргә өйрәнә.
Ырымбурҙан өлкә башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, шағирә һәм матур йырҙар ижад итеүсе Аҡҡошева Минзира бер төркөм серҙәштәрен эйәртеп килеп еткән. Ул Сибай филармонияһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. «Тағын, тағын, тағын да...» исемле халыҡ араһында популяр йырын өлкәнерәктәр әле лә иҫләйҙер.
«Күргәҙмәлә 104 оҫта ҡатнашты. Ижади эштәр 12 номинацияла—«Селтәр», «Һаҡал», «Дауат», «Алмиҙеү», «Ҡашмау», «Йәш ҡыҙҙарҙың баш кейеме», «Заманса түшелдеректәр», «Таҡыя», «Сәсмәүер», «Янсыҡ», «Моҡсай», «Беләҙегем, йөҙөгөм» номинацияларында баһаланды. Киләһе йыл беҙ уларҙы 18-гә еткерергә уйлайбыҙ. Ә әле ни өсөн 12-ме? Сөнки күкрәксәнең генә лә ете төрө бар: һаҡал, муйынса һәм башҡалар. Шуларҙың һәр береһен айырып алып патент юлларға кәрәк. Әгәр быны эшләмәйбеҙ икән, беҙҙең милли әйберҙәр бүтән «халыҡтыҡы» булып китеүе бар,—ти фестивалде төп ойоштороусы Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина.—Мин бер нисә йыл «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһын алып барам. Уҡымлы икәнен күреп ҡалып Татарстандың «Сөйөмбикә»һе лә шул рубриканы күсереп баҫа башлаған. Яңыраҡ «сәләм» ебәрҙеләр. «Рәхмәт инде Асия апайға! Күп нәмәгә өйрәтте. Тиҙҙән беҙ был эштәрҙең барыһына ла патент юллаясаҡбыҙ. Ҡурайҙы өлгөрмәнек инде, ярай, быларын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышырбыҙ инде»,—тигәндәр.
Ҡабатлап әйтәм: һәр бер эштең, идеяның авторы булырға һәм ул патент менән раҫланған булырға тейеш».
Шундай мөһим, тәрбиәүи төбәк-ара сараға Мәҙәниәт министрлығы тарафынан аҡса табылмауы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Бөтә был бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе бағымсыларға ғына таянып, инәлеп-япһарып үткәреү еңелдән булмағандыр. «Өфө ҡалаһынан «Башбланкиздат» йәмғиәтенең генераль директоры, шағир Ҡадир Әлибаевтың ҡыҙы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы 100 мең һумға бүләктәр алып килгән. Улар конкурста еңеүселәргә таратылды. Ойоштороусылар «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаеваға, «Стройдвор» йәмғиәте етәксеһе Петряков Леонид Александровичҡа, «Яҙ» йәмғиәте етәксеһе Замесин Павел Сергеевичҡа, даими бағыусыбыҙ Исмәғилев Рафаил Ибраһим улына ҙур рәхмәт белдерә. Уларҙың ярҙамынан тыш был байрамдың булмауы ла мөмкин ине. «Зауралинфо» нәшриәте директоры Уразбахтин Айбулат бөтә саҡырыу ҡағыҙҙарын, программа-дипломдарҙы бушлай баҫып биргән.
XXI быуатта яңынан тергеҙелгән милли кейемдәребеҙ хаҡында ғилми яҡтан бергәләп фекер алышыр, милләттәштәребеҙ араһында киң йәйелдереп ебәрер өсөн шарттар тыуған мәлдә, бындай йәмле, рухлы сараны ойоштороу ҙур мәртәбәгә торошлолор тип уйлайым. «Милли кейем бит ул паспорт кеүек»,—тип дөрөҫ әйтә шағирә Лариса Абдуллина. Бигерәк тә бөгөн, бөтә донъя этномәҙәниәт менән «ауырыған» саҡта, үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп, милли кейемебеҙҙе барлап ҡалайыҡ.
Һүрәттәрҙә: 1. Күлдәктәре... ҡарап туйғыһыҙ!
2. Венера Йәнбәкова (Сибай ҡалаһы): «Үҙ ҡулым менән теккән күлдәгем».