Халыҡ күңеленә дәрт һәм илһам өҫтәүсе һоҡланғыс йолаға—башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына 1996 йылда нигеҙ һалына. Ул хәҙер республика кимәлендәге бәйгегә әүерелде.
2004 йылдың июнь аҙағында үткән VII төбәк-ара йыр конкурсы ныҡ хәтергә һеңеп ҡалған. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Х.Х. Ишморатов ҡатнашты. Жюрины Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, билдәле фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов етәкләне. Гран-прины балалар араһында Баймаҡ ҡалаһынан Рәфис Ишбаев, профессиональ йырсылар араһынан Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы талибы Марсель Ҡотоев яуланы.
Ул йылдағы «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеһенең тағы бер үҙенсәлеге—унда ҡунаҡтар сифатында алыҫ Япония вәкилдәренең ҡатнашыуы. Биш кешенән торған төркөмдө донъяла билгеле ғалим-этномузыка белгесе Казуюки Танимото етәкләне. Улар араһында ике йырсы—ойвакэ оҫталары һәм милли музыка ҡоралдарында (сакухати, сәмисән) уйнаусы ике музыкант бар ине. Ниндәй елдәр килтергән һуң уларҙы Рәсәй төбәгенең ҙур булмаған төбәгенә?
Профессор Танимото төрлө халыҡтарҙың фольклор сәнғәтендәге оҙон көй йыр жанрын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ул 23 илдә ғилми эшмәкәрлек алып барған. 1990 йылда башҡорт халҡының оҙон көй сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башлай. Япон ғалимы үҙенең хеҙмәттәрендә боронғо Бөйөк ебәк юлында йәшәгән халыҡтарҙың иҡтисади яҡтан ғына түгел, мәҙәни йәһәттән дә ныҡ аралашып йәшәүен фәнни нигеҙҙә иҫбатларға тырыша. Уның был концепцияһы башҡорт ерендә ниндәйҙер кимәлдә раҫлана ла инде. Быны япон халҡында һаҡланып килгән боронғо ойвакэ йырҙарының башҡорттарҙың оҙон көйөнә оҡшашлығы иҫбатлай.
Ойвакэ—япондарҙың боронғо тормошон, йәшәү образын сағылдырған оҙон көй. Тәржемәһе «ат менән артмаҡлап йөк ташыусылар йыры» тигәнде аңлата. Башҡарылыу стиле, тембрҙары менән ысындан да башҡорт йырҙарына ниндәйҙер кимәлдә тартым. Шул уҡ ваҡытта саф япон колориты менән айырыла.
Япон ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы һәм фольклорсы, «Хазина» ижад берекмәһе етәксеһе Юлай Fәйнетдинов оҙатып йөрөнө. Танимото әфәнде үҙе башҡорттоң оҙон көйөн тыңлау, яҙып алыу маҡсаты менән 1998, 2000, 2004 йылдарҙа Башҡортостанға килеп ҡайта. Тәүге сәфәрендә Юлай Fәйнетдинов уны Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа алып бара. Уның Һаҡмар буйындағы тәбиғәт ҡосағында йырлауын тыңлағас, Танимото әфәнде илай һәм: «Бөгөн минең иң бәхетле көнөм»—ти.
«Оҙон көй—Евразия халыҡтары традицион музыкаһының иң бөйөк ҡаҙанышы.—Рәсми сығыштарында ла, былай һөйләшкәнендә лә шулай тип ҡабатларға ярата Танимото әфәнде.—Һәм был мөғжизәнең эпиүҙәге тап башҡорт халҡында. Шуға иғтибар иттем: башҡорт оҙон көй йырлағанда, үҙе түгел, күңеле йырлай. Оҙон көйҙө һәр башҡорт башҡарһа, тарихы юғалмаясаҡ, киләсәге лә буласаҡ»,—тип яҙа уның тураһында Юлай Fәйнетдинов. Юлай уның менән 2009 йылғаса, Танимотоның вафатына тиклем, тығыҙ аралашып йәшәй.
Оҙон көй һәм йыраусы тураһында әйтелгән был һүҙҙәргә аңлатма биреүҙең кәрәге юҡтыр, моғайын.
Һүрәттә: Япон ҡунаҡтары Сибайҙа. 2004 йыл, июнь.