Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Май 2017, 13:58

СӘСМӘҮЕРЕМ, СЕЛТӘРЕМ...

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙаны һәм сәнғәт колледжы алды сағыу, төрлө төҫтәге сәскәләр яланын хәтерләтә ине. Бында башҡорт халҡының милли кейемдәре фестивале уҙҙы. Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән байрам «Сәсмәүерем, селтәрем» исеме аҫтында ойошторолдо.Фестивалдә Сибай ҡалаһының фольклор ансамблдәре, балалар баҡсалары, мәктәптәр, уҡыу йорттары һәм шәхси коллекция туплаусылар, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар тарафынан күргәҙмә ойошторолдо. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бында ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре һәм халҡыбыҙҙың милли кейемдәре менән яҡындан таныша алды.

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙаны һәм сәнғәт колледжы алды сағыу, төрлө төҫтәге сәскәләр яланын хәтерләтә ине. Бында башҡорт халҡының милли кейемдәре фестивале уҙҙы. Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән байрам «Сәсмәүерем, селтәрем» исеме аҫтында ойошторолдо.
Фестивалдә Сибай ҡалаһының фольклор ансамблдәре, балалар баҡсалары, мәктәптәр, уҡыу йорттары һәм шәхси коллекция туплаусылар, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар тарафынан күргәҙмә ойошторолдо. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бында ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре һәм халҡыбыҙҙың милли кейемдәре менән яҡындан таныша алды.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар үткәрҙе. Гүзәл заттар селтәр эшләүҙә, кисеткә орнаменттар сигеүҙә үҙҙәрен һынап ҡараны.
Байрамдың икенсе өлөшөндә «Башҡорт милли кейемен реконструкциялау проблемалары» темаһына «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү уҙҙы. Артабан сағыу, матур милли башҡорт кейемен кейеүселәр ҡаланың үҙәк урамдарынан парад менән үтте. Уларҙы сәнғәт колледжы алдында «Гөлдәр» бейеү ансамбле дәртле бейеү менән ҡаршы алды, «Миләш» вокал ансамбле сәләмләне. Һәм бына, ниһайәт, дефиле, йәғни милли костюмдарҙа сығыш яһау, уларҙың тегелеш үҙенсәлеген халыҡҡа күрһәтеү мәле килеп етте. Уны балалар баҡсаһы вәкилдәре асып ебәрҙе. Артабан һүҙҙе мәктәп уҡыусылары, студенттар алды. Уларҙың сығышынан һуң фольклор ансамблдәре, ағинәйҙәр үҙҙәре теккән милли кейемдәр һәм биҙәүестәр менән халыҡты таныштырҙы. Шәхси коллекция булдырған Зәлиә Ишморатованың, Рәсимә Истәкованың ҡул эштәре барыһын да һоҡландырҙы. «Ете ҡыҙ» башҡорт һылыуҙары студияһы, сәнғәт колледжының «Талир тәңкә» матурлыҡ студияһы ҡыҙҙары үҙенсәлекле, заманса стилләштерелгән костюмдарын күрһәтте.
Билдәле булыуынса, фестивалде үткәреү инициативаһы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәндәр мәктәбе, «Ете ҡыҙ» матурлыҡ студияһы етәксеһе Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллинанан килә. Күркәм идеяны ҡала хакимиәте, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлеге хуплап күтәреп алды һәм, һөҙөмтәлә, беҙ шундай сағыу тамашаның шаһиты булдыҡ. Халҡыбыҙҙың зауыҡ һәм мәғәнә һалып тегелгән костюмдарын күреп ҡыуандыҡ, башҡаларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙыҡ.
Азамат Юлдашбаев, «Башҡортостан» гәзите мөхәррире.
—Сибай ҡалаһында үткән был сараға осраҡлы рәүештә генә килеп эләктем тиһәм дә була. Күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре шаһиты булдым, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнаштым һәм шундай һығымтаға килдем: тәбиғәттә бер нәмә лә осраҡлы рәүештә булмай. Үҙем өсөн бик күп асыштар яһаным. Мин этнография менән ҡыҙыҡһынам, өйрәнәм. Бында ла кәрәкле мәғлүмәт тупланым. Милли кейемдәргә бағышланған һөйләшеүҙә ҡатнашып, шуны белдем: ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәрендә бер генә лә артыҡ элемент юҡ. Һәр ынйы, һәр тәңкә нимә тураһындалыр һөйләй, ниндәйҙер сер һаҡлай.
Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар заманса стилләштереп яңынан милли орнаменттар төшөрөлгән әйберҙәргә, биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә башланы. Уны юғары вазифалар башҡарған ханымдарҙан алып, ябай ауыл ҡатындары, студент ҡыҙҙарға тиклем таға. Был үҙ асылыбыҙға ҡайтыу тип әйтер инем.
Был байрамда миңә бигерәк тә оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны. Үҙең белгәндәрҙе халыҡҡа, йәштәргә еткереү, өйрәтеү, тегеп кейеү бик һәйбәт күренеш. Ә инде уны ныҡлап өйрәнеп, етештереп һатыуға сығарыу тағы ла хуплауға лайыҡ. Бөгөн республикабыҙға күпләп туристар килә. Йылдан-йыл уларҙың һаны арта. Үҙебеҙгә хас булған, этностилдә эшләнгән биҙәүестәр ҙур һорау менән ҡулланыла. Шуның өсөн дә халҡыбыҙҙың кәсепселеген тергеҙергә кәрәк. Урындағы халыҡ үҙе етештереп һатыуға сығарһа, бигерәк тә отошло буласаҡ. Бөгөнгө байрамға килгәндә, ул артабан да шулай дауам итеп, Сибай ҡалаһының брендына әйләнһен ине.
Рәшиҙә Мортазина, Магнитогорск ҡалаһы.
—Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда «Башҡорт мәҙәниәте» бүлеге егерме йылға яҡын эшләп килә. Беҙ, шунда эшләүселәр, «Яйыҡбикә» этнофольклор төркөмө төҙөп, милли костюмдар тегеп, селтәр-һаҡалдар эшләп өйрәнергә булдыҡ. Асия Солтан ҡыҙы беҙгә бик ҙур ярҙам күрһәтте. Селтәр эшләргә өйрәтте. Былтыр Өфө ҡалаһында үткән Милли кейем байрамында ҡатнашҡан инек, бына бөгөн Сибай ҡалаһына ла килергә насип булды. Сит өлкәлә йәшәһәк тә, милләтебеҙҙең асылын сағылдырыусы кейемдәргә, биҙәүестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көслө. Йәштәрҙең битараф булмауы ҡыуандыра.
Һүрәттә: саранан күренеш.
Читайте нас: