Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Декабрь 2016, 23:26

Баймаҡта—«Алтын ҡомартҡы»

Кино—кеше күңеленә үтеп инерҙәй иң мауыҡтырғыс сәнғәт ул.

Мәғәнәле, юғары зауыҡлы фильмдарҙың оло тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бала саҡ хәтирәләренән иҫтә ҡалған: ауылға яңы кино килтерһәләр, клуб шығырым тулы була, бар халыҡ берҙәй булып экрандағы тормош менән йәшәй. Ул тамамланғас, ҡыҙҙар һинд сибәркәйҙәре кеүек һылыу булғылары килә, матур, нәзәкәтле итеп һөйләшергә тырыша. Хәрби фильмдар ҡарап күпме егеттәр илһөйәрлек, ирҙәрсә ныҡлыҡ сифаттарын күңелдәренә һеңдерҙе. Былар барыһы ла художестволы фильмдар тураһында, ә тағы документаль, ысын хәл ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе яҡтыртҡан таҫмалар бар бит әле. Уларҙың әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Сөнки нәфис фильмдарҙы йылдар үтеү менән икенсе артистар, яңы алымдар менән ҡабатлап була, ә донъянан киткән шәхестәрҙең тормошо ҡабатланмай. Кино—кеше күңеленә үтеп инерҙәй иң мауыҡтырғыс сәнғәт ул. Мәғәнәле, юғары зауыҡлы фильмдарҙың оло тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бала саҡ хәтирәләренән иҫтә ҡалған: ауылға яңы кино килтерһәләр, клуб шығырым тулы була, бар халыҡ берҙәй булып экрандағы тормош менән йәшәй. Ул тамамланғас, ҡыҙҙар һинд сибәркәйҙәре кеүек һылыу булғылары килә, матур, нәзәкәтле итеп һөйләшергә тырыша. Хәрби фильмдар ҡарап күпме егеттәр илһөйәрлек, ирҙәрсә ныҡлыҡ сифаттарын күңелдәренә һеңдерҙе. Былар барыһы ла художестволы фильмдар тураһында, ә тағы документаль, ысын хәл ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе яҡтыртҡан таҫмалар бар бит әле. Уларҙың әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Сөнки нәфис фильмдарҙы йылдар үтеү менән икенсе артистар, яңы алымдар менән ҡабатлап була, ә донъянан киткән шәхестәрҙең тормошо ҡабатланмай.

Юлай Fәйнетдиновтың халыҡ таланттары тураһында төшөрөлгән документаль фильмдары—алтынға тиң оло ҡомартҡы ул. «Хазина» телетапшырыуҙары ваҡытында иң үтемле, тамашасыларҙың көтөп алған тамашаһы ине. Хәҙер ҙә уларҙы халыҡ яратып ҡарай, ләкин экрандарға бик һирәк сыға. Юлай Ишбулды улы Баймаҡ районынан сыҡҡан таланттар тураһындағы документаль фильмдар йыйылмаһын Баймаҡ район китапханаһы фондына бүләк итте.

Рәсәй киноһы йылында был таҫмаларҙы халҡыбыҙға еткереү өсөн «Алтын ҡомартҡы» тип аталған район эстафетаһы үткәрергә ҡарар ителде. Эстафета «Хазина» телетапшырыуында «Беҙҙең яҡташтар» исеме аҫтында һәр ауыл китапханаһында үтте. Уның бик уңышлы үтеүенең төп сере—һәр сарала ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәктәп уҡытыусылары, китапханасылар, клуб хеҙмәткәрҙәре, «Ағинәйҙәр», «Атайсалдар ҡоро» ағзаларының берлектә дәррәү ҡуҙғалыуындалыр. Ойоштороу эшендә үҙәк китапхана методик бүлеге мөдире Рәзифә Йәнтүрина, үҙәк китапхананың методист-кураторҙары, бүлек мөдире Зөлфинә Низамова, «Атайсал» клубы рәйесе Борис Хәйретдинов, мәғариф ветерандары Көнһылыу Әхмәтова, Fәлиә Фәхретдинова күп көс һалды. Эстафета райондың 39 ауылында үтеп, төрлө быуын кешеләрен бергә йыйҙы. Кисәләр барышында Юлай Ишбулды улының төрлө йылдарҙа төшөрөлгән телетапшырыуҙары күрһәтелде. Күп ауылдарҙа ул фильм геройҙарының хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә әйләнде, сөнки тапшырыуға төшөрөлгәндәр күптән баҡыйлыҡҡа күскән шәхестәр. Иҫке сибайҙар—йыраусы Мәүжиҙә Айытҡолованы, кәрешкәләр—ҡурайсы Нәжметдин Ишбаевты, ниғәмәттәр—атаҡлы фольклорсы Кәрим Дияровты, ишмөхәмәттәр—яугир йырсы Мәхмүт Fәлинды, татлыбайҙар—ҡурайсы Салауат Хәйбуллинды, ишбирҙеләр—оҫта ҡурайсы Данияр Моратовты, өмөтбайҙар—бейеүсе Марсель Мәжитовты, һаҡмарҙар—Мөхәмәт һәм Азамат Ҡәҙерғоловтарҙы, ҡолсоралар талантлы шәхес Хәким Моратовты хөрмәтләп иҫкә алды. Әхмәр ауылында туғандары ҡурайсы Хәбир Байтимеровтың, Яратта Әхмәтовтар аталары Мөхәмәтхәбиб Хәлфетдин улы хөрмәтенә аят уҡытып, ҙур табын үткәрҙе.

Юлай Fәйнетдиновтың фондында тағы ла ҡабатланмаҫ, баһаһы юйылмаҫ документаль таҫмалар бар. Уларҙа дәүләт эшмәкәре Зекерейә Аҡназаров, тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, талантлы етәксе Әкрәм Ниғмәтуллин, артист Хәмзә Ҡурсаев, яугир Бәҙри Мәмбәтҡолов, сәсән Шәһәрғәзе Fәбдиев, ҡурайсылар остазы Әҙеһәм Искужин хаҡында бәйән ителә. Был яҙмаларҙы Шүлкә, Юлыҡ, Түбә, Икенсе Этҡол, Сыңғыҙ, Темәс халҡы кинәнеп ҡараны, оло шәхестәр тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде, хәтирәләр яңыртылды.

Бынан 20 йыл элек Баймаҡта үткән тәүге «Байыҡ» бейеү бәйгеһенә арналған таҫма яҡташтар өсөн оло бүләк булды. Әкрәм Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолған был бәйгелә данлыҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов үҙе ҡатнашып, оло фатихаһын биргән. Буранбай ауылынан Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар, Үрге Яйыҡбайҙан Әлфиә Иҙрисова, Үрге Иҙрис ауылынан Айытҡол Салихов, Ҡуянтауҙан Урал Боҫҡонов, Әхмәҙиә Хәлитов, Әбделкәримдән Азамат Кәримов, Ишмырҙанан Илмир Йәнбәков, Билалдан Дилара Әхмәтова, Күгиҙелдән Азамат Нарынбаев, Күсейҙән Әүхәҙи Ласынов, Аҡморондан Алтынбай Дурдыев һәм башҡалар ошо сараларҙың төп геройҙары. Билдәле бейеүсе, хореограф, тарихи үҙенсәлекле бейеүҙәр авторы Йәүҙәт Бикбирҙинға арналған документаль фильм Күсейҙә күрһәтелде. Үҙҙәренең талантлы яҡташтарын күсейҙәр онотмайҙар, рәхмәт уларға, ләкин бер нәмә күңелде ҡыра: Йәүҙәт ағай һалған бейеүҙәрҙе башҡарғанда ниңәлер алып барыусылар уның авторлығын әйтмәй. Уйлап ҡараһаң, республиканың күп райондарында уның ижад иткән бейеүҙәре башҡарыла бит.

Юлай Fәйнетдинов фильмдары нигеҙендә Бөрйән-йылға ауылында мәҙәниәт үҫешенә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ҡаһарман затыбыҙ Вилүр Рәхимғолов, Байыш ауылында мәшһүр ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, Йомашта данлыҡлы Юнысбаевтарға, Буранбайҙа «Буранбай вариҫтары»на арналған сағыу сара үтте.

Шуныһын билдәләргә кәрәктер: эстафета барышында һәр ауыл үҙенсәлекле, ауылдаштары өсөн күркәм булған сара үткәрергә тырышты.Ә шулайҙа иң тулҡынландырғысы Таулыҡайҙа булды. Байрамда Юлай Fәйнетдинов үҙе ҡатнашты. Ауылдаштары менән бергәләп Таулыҡайҙың 400 йыллығына арналған фильмды ҡаранылар. Таулыҡайҙар хөрмәтле ауылдаштарына оло рәхмәтен белдерҙе.

«Алтын ҡомартҡы»ның тағы бер маҡсаты «Хазина»ны дауам иттерерҙәй яңы исемдәрҙе асыҡлау ине. Райондың сәнғәте тарихына данлы бит өҫтәрҙәй таланттар бар икән ул! Уларҙы ваҡытында күрә белергә, улар хаҡында фильмдар төшөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, Икенсе Этҡолдан Рафаэль Хәлитов, Яңылбикә Арыҫланова, Fәҙелбайҙан Фирғәт Әсәнов, Иҫке Сибайҙан Әлфиә Ибраһимова, Ишбирҙенән Фәнил Хәсәнов, Буранбайҙан Фәттәх һәм Фәнүр Аралбаевтар, Хәбир Раев, Урғаҙанан Рима Fәлинаның, Ҡараталдан Хәмит Кәримов моңдарында башҡорт халҡының мәңгелек йөрәк тибеше сағыла. Үрге Яйыҡбай ауылынан данлыҡлы Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар (һүрәттә) эстафетаның йөҙөк ҡашы булды. Улар аһәңле йырҙары, яғымлы ҡурай моңо менән күпме кешеләрҙе дәртләндерә. Көйҙәрҙең тарихын яҡшы белеүҙәре, әле көйләп, әле өзләп ҡурай тотоп сәхнәлә тороуҙары үҙе бер ғүмер. Уларҙың күп уҡыусылары сәнғәт юлынан киткән.

Күп йәштәрҙе оло сәнғәткә сығарған, бик күп йырҙар авторы, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитовҡа арналған кисә Күгиҙел ауылында үтте. Сарала уның ижадташ дуҫы, билдәле шағир, йырсы Фәнис Сирбаевтың ҡатнашыуы үҙе мәртәбә булды. Улар бергәләп ижад иткән йырҙарҙы халыҡ яратып тыңланы.

Эстафета үткән һәр ауылда сәхнәгә бик күп таланттар күтәрелде, ауылдаштарын ҡыуындырҙы, уларҙың һәр бер сығышы алтын ҡомартҡыға тиң ине. Йәштәрҙең ҡатнашыуы сараларға айырыуса йәм өҫтәне. Йәнйегет ауылында Фәрүәз Рафиҡов исемле бик шәп егет үҫеп килә, ул—Сибай институтының иҡтисад факультеты студенты. Думбырасы, өзләүсе йырсы егет барыһын таң ҡалдырҙы. Байыштан Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Мерәҫтән Раушания Кинйәбулатова, Һаҡмарҙан Рәлиә Ямантаева, Темәстән Байрас Харисов—Баймаҡ бейеүселәре данын дауам итеүселәр. Иҫке Сибайҙан бар яҡлап һәләтле Fайсар Рәхмәтуллиндың сығышы барыһына ла оҡшаны. Кәрешкәнән Гөлнара Казарбаева 6 йәштән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй. Әле ул эпосты ете телдә халыҡҡа еткерә ала. Төбәк конкурсында I урынды алған ҡыҙ Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы класында тик яҡшы билдәләргә уҡый. Кәрешкәнән Гүзәлиә Нәбиева скрипкала халыҡ көйҙәрен шундай оҫта башҡарҙы, милләтебеҙҙең музыка сәнғәтенә сағыу бер биҙәк өҫтәне.

Эстафета тамамланды. Рәсәй киноһы йылында үткәрелгән мәртәбәле сараларҙың береһе булды ул. Һәр үткән байрам күңелгә ниндәйҙер уй-фекер һала, битараф ҡалдырмай, күңелдәге юшҡындарҙы ҡыуа.

Донъяны баҫып килгән глобализация, бар нәмәне аҡса менән үлсәү йәки әле бер, әле икенсе бәләкәй дәүләт халҡын юҡҡа сығарыу, ҡанға батырыу осоронда йәшәйбеҙ. Ошондай ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмау мөһим. Милләтебеҙҙең мең йыллыҡтар аша юғалмай ҡалған тарихы, ҡәҙерле тыуған еребеҙ—Башҡортостаныбыҙ бар. Ошондай илдә, ерҙә тыуғаныбыҙға, киң күңелле, ихлас милләттәштәребеҙ булғанға ҡыуанайыҡ. Тарихи боролоштарҙа, мең төрлө михнәттәр үткәндә лә халҡыбыҙ рухи көсөн һаҡлап ҡала алған. Беҙгә, бөгөн йәшәгәндәргә, ошо хаҡта уйланырға кәрәктер. Милләттең үҙен һаҡларҙай рухи көсө телебеҙҙә, боронғо көйҙәребеҙҙә, ҡурай, думбра моңдарында, ҡаурый ҡәләмебеҙҙә икәнен онотмайыҡ! Сөнки улар һәр кемдең иң нескә, иң саф хистәрен, кешелек сифаттарын ҡуҙғыта торған һәләткә эйә. Юлай Ишбулды улының бөртөкләп йыйған аҫылдарҙан аҫыл алтын ҡомартҡыһын быуындан-быуынға еткереү—мәҙәниәтле кешеләрҙең мөҡәддәс бурысы ул.

Рәми ағай әйтмешләй:

«Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,
Йыр юғалһа күңел түрендә!»
Йырҙарыбыҙ, моңдарыбыҙ юғалмаһын ине. Йәнә Юлай Ишбулды улындай оло мәҙәниәтле, милләтебеҙҙең бәҫен күтәргән, илһөйәр шәхестәребеҙ йәшәһен.
Луиза Дәүләтшина, проект авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Баймаҡ ҡалаһы.