АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
5 Июнь 2023, 11:55

Шаурма эшләп ашайыҡ!

Ингредиенттар: Тауыҡтың түш ите, йә иһә икенсе төр ит.

Кәбеҫтә - 1/2
Ҡыяр - 2 шт.
Помидор - 1 шт.
Болғар боросо - 1/2.
Йәшел һуған, укроп - 30 г.
Ҡаймаҡ - 6 аш ҡалағы.
Һарымһаҡ - 1/2 тырнаҡ.
Тоҙ самалы.
Кетчуп - 4 аш ҡалағы.
Ләүәш - 3
Әҙерләү:
Итте ваҡ итеп турап алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ.
Кәбеҫтәне , ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡлап турайбыҙ.
Бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.
Ҡаймаҡтан соус эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ һығабыҙ, әҙерәк тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Кетчуп һәм ҡалған ҡаймаҡты ҡушып тағы болғатабыҙ.
Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып эслек һалабыҙ өҫтөнә.
☑Ләүәштең уң һәм һул ҡырын бөгөп рулетҡа борабыҙ.
☑Ҡыҙған табаға һалып алһаң бигерәк тәмле килеп сыға.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА