АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
2 Июнь 2023, 12:32

Йыуаса бешерәйек!

Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки һәм монгол халыҡтары араһында таралған. Һөт менән йомортҡа ҡушып йәиһә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, һөт, май, йомортҡа һ.б. тәмләткестәр ҡушып) эшләнгән ҡамырҙан әҙерләнә.

Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 см ҙурлығындағы ромбиктарға киҫелә. Икенсе вариант — ҡамырҙы түңәрәк киҫәк итеп йәйәләр ҙә 5 см оҙонлоғондағы буйҙарға киҫәләр. Иретелгән йәиһә эс майында әҙерләйҙәр. Сәй янына тәрилкәләрҙә һәм вазаларҙа бирәләр, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла бешерәләр.
Ингредиенттар:
 он
йомортҡа
шәкәр
аҡ май
тоҙ.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА