Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
1 Июнь 2023, 10:25

ЕЛӘКТӘН ҠАҠ

Йәй етте. Тиҙҙән еләк өлгөрөр. Еләктән ҡайнатма ғына түгел, ҡаҡ та әҙерләгеҙ. Кәрәк була:  1 кг баҡса еләге, 300 г шәкәр, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы үҫемлек майы, ярты лимон.

ЕЛӘКТӘН ҠАҠ
ЕЛӘКТӘН ҠАҠ

Кәрәк була: 1 кг баҡса еләге, 300 г шәкәр, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы үҫемлек майы, ярты лимон.


Еләктәрҙе йыуып, кес кенә шаҡмаҡлап турарға, кәстрүлгә һалып барырға. Лимондың яртыһын еләк өҫтөнә һалырға, һыу өҫтәргә. Ҡайнатырға ҡуйырға. Һыу ҡайнай башлағас, һүрән утта 10 минут тоторға. Ул арала еләк һыуын сығарып иҙелә башлай. Уны болғатып алырға онотмағыҙ, юғиһә көйә.

Ҡайнар еләк массаһын блендер менән болғатып, шәкәр өҫтәргә. Шәкәр иреп бөткәс, 5 минут дауамында ошо татлы ҡатнашманы болғатығыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, уны майларға ла еләк ҡатышмаһын йәйеп һалырға. Йәймә ҡалын булмаһын. Дөрөҫ итеп эшләһәгеҙ, тиҙ кибер. 150 градусҡа тиклем йылытылған мейескә тығып, ишеген асып 4-6 сәғәт киптерергә.

Автор:Резеда Валиева