Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
27 Май 2023, 12:56

Ҡарағаттың файҙаһы ҙур

Ҡарағаттың емеше лә, япраҡтары ла файҙалы. Ҡышын ҡарағат япраҡтары һалып әҙерләнгән сәй тәмле лә, хуш еҫле булыуы менән генә түгел, организмда витаминдар запасын тулыландырыуы менән дә бик файҙалы.


Япраҡтарын май айында, ҡыуаҡтар сәскә атҡан осорҙа йыйып ҡалырға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, нәҡ ошо ваҡытта ул С витаминына, микроэлементтарға бай була.
Япраҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа киптерергә лә, туңдырырға ла мөмкин. Тәүге ысул әллә ни артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Һалғынса, күләгә урында киптереп, быяла һауытҡа йә иһә тартмаға һалып ҡуяһың һәм витаминлы япраҡ ҡышҡылыҡҡа әҙер.
Туңдырылған япраҡтар иһә хуш еҫте ҡышын да һаҡлауы менән отошло. Тик туңдырыр алдынан яҡшылап ҡороторға кәрәк. Дымлы япраҡтар файҙалы сифатын да, төҫөн дә тиҙ юғалтасаҡ. Уларҙы тоҡсайҙарға һалып, һауаһын сығарып, рулет формаһында төрөгөҙ һәм туңдырғысҡа ҡуйығыҙ.
🔸Ҡара ҡарағаттың емештәрен һәм япраҡтарын гиповитаминозтарҙан һәм авитаминозтарҙан, ябыҡтыра торған ауырыуҙарҙан ҡулланалар. Бөрөләрен һәм япраҡтарын һейҙек ҡыуҙырғыс, температураны төшөрә торған һәм тирләткес дарыу булараҡ файҙаланалар. Баллы һуты йә иһә емештәренән яһалған сиробы ҡоро йүтәлдән, тамаҡ ауырыуҙарынан ярҙам итә.
🔹Ҡарағаттың холестеринды бөтөрөү һәм токсин матдәләрҙе, ауыр металл тоҙҙарҙы организмднан сығарыу һәләте уларҙа пектиндар булыуға бәйле. Пектиндар диурезды (һейҙек бүлеп сығарыуҙы) арттыра, йоҡоно яҡшырта, артериаль баҫымды төшөрә.  
🔸Емештәрен һәм япраҡтарын ашҡаҙан һәм бөйән эсәге йәрәхәте, төрлө тимгелдәр һәм тире авырыуҙары менән ауырығанда файҙаланалар.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА