Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
23 Май 2023, 11:45

Май майы кеүек һары ғына сыр яһайыҡ!

Һөт күбәйҙе, әйҙәгеҙ сыр яһап алайыҡ!Май майы шикелле һары ғына сыр рецебы.Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: ҡайҙандыр алған рецептты бер 100 ҡат әҙерләй-әҙерләй, үҙемсә рецептҡа әүерелдерҙем. Үҙегеҙ ҙә яһаған һайын оҫтара барасаҡһығыҙКәрәк буласаҡ:-2-3 л һөт;-1-1,5 кг эремсек;- 3-4 күкәй ( йорт тауыҡтарыныҡы булһа, һарыраҡ була сыр төҫө );- 150-200 г һыйыр майы;- тоҙ;-ике бал ҡалағы (уртаса өйөп кенә) сәй содаһы;- кәрәк тип тапһағыҙ, һарымһаҡ. Мин һалам бер уртаса баш.Эш барышы :1. Алаһығыҙ ҡалын төплө кәстрүл йә суйын ҡаҙан, 5-7 л. Минеке 7 л ҡаҙан.Һөт ҡояһығыҙ.2. Ҡайнап сыҡҡансы, өҫтө элпәләнеүгә, эремсек һалаһығыҙ.3.Талғын утта һалмаҡ ҡына болғатаһығыҙ, йәшел һыуы айырылып сыҡҡас, бер 3 минут тотаһығыҙ ҙа дуршлагҡа һалып һөҙәһегеҙ.

Май майы кеүек һары ғына сыр яһайыҡ!
Май майы кеүек һары ғына сыр яһайыҡ!

4. Эремсек һарҡыған арала, ҡаҙан төбөнә 200 г сливочный май һалып эретә тораһығыҙ.
5. Дуршлагтағы эремсек өҫтөнә һарымһағығыҙҙы ҡыра торһағыҙ ҙа ярай.
6. Күкәйҙәрегеҙҙе яҡшылап бер һауытта бутап ҡуйығыҙ алдан.
7. Ҡаҙандағы эреткән май өҫтөнә эремсекте һалаһығыҙ, туҡмаҡ менән (тишекле , тимер, оноттом исемен) иҙгеләйһегеҙ май менән ҡатнаштырып. Сәй содаһы һалаһығыҙ, күпереп китә.
8.Тәменсә тоҙ һалаһығыҙ. Миңә бер аҙ тоҙлораҡ оҡшай. Дөбөр-шатыр бутарға талғын ут өҫтөндә, бер тоташ массаға әйләнгәнсе.
9. Алаһығыҙ уттан. Күкәйҙәрҙе өҫтәһегеҙ, иҙә-иҙә, тиҙ-тиҙ болғатаһығыҙ яҡшылап.
10. Ҡуяһығыҙ талғын утҡа. 10 минутлап (күкәйҙәре бешһен) тағын талғын ут өстөндә туҡтауһыҙ иҙеп болғатаһығыҙ.
Тоҙон шулай ҙа тағы ҡабып ҡарағыҙ. Өҫтәргә һуң түгел. Мин литр ярымлы эмаль табаҡҡа һалам, ҡырҙарын салфетка менән генә көнбағыш майы менән майлайым, сырҙы ҡубарып төшөрөргә еңел. Мөмкин целлофан ҡапсыҡҡа. Төрлө формаға керетеп була.
Ирина Хәмиҙуллина.

Май майы кеүек һары ғына сыр яһайыҡ!
Май майы кеүек һары ғына сыр яһайыҡ!
Автор:Гульдар Кадаева