АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
27 Апрель 2023, 14:10

ПОМИДОР СӘСКӘҺЕ НИҢӘ ҠОЙОЛА?

Беренсенән, һауа торошона бәйле. Помидор сәскәләре төндә барлыҡҡа килә. Төнөн 15 градус йылы булмаһа, һеркә етешмәй ҡала һәм сәскәләр ҡойола. Һеркәләнеү иртәнге 9-11 сәғәт аралығында була. Был ваҡытта помидор һабаҡтарын һелкетеп алыу һәйбәт. Теплицала һауа температураһы 30-32 градустан артып киткән осраҡта һеркәләр һәм сәскәләр кибеп ҡойола. Икенсенән, помидор ҡыуаҡтары ҡуйы ултыртылмаҫҡа тейеш. Юҡһа улар араһында һауа йөрөмәй, аҫтан дым бәреп торғанлыҡтан, сәскәләр ҡойола. Өсөнсөнән, сәскә атҡанда, һыуҙы һирәк һибергә кәрәк...

ПОМИДОР СӘСКӘҺЕ НИҢӘ ҠОЙОЛА?
ПОМИДОР СӘСКӘҺЕ НИҢӘ ҠОЙОЛА?

Беренсенән, һауа торошона бәйле. Помидор сәскәләре төндә барлыҡҡа килә. Төнөн 15 градус йылы булмаһа, һеркә етешмәй ҡала һәм сәскәләр ҡойола. Һеркәләнеү иртәнге 9-11 сәғәт аралығында була. Был ваҡытта помидор һабаҡтарын һелкетеп алыу һәйбәт. Теплицала һауа температураһы 30-32 градустан артып киткән осраҡта һеркәләр һәм сәскәләр кибеп ҡойола. Икенсенән, помидор ҡыуаҡтары ҡуйы ултыртылмаҫҡа тейеш. Юҡһа улар араһында һауа йөрөмәй, аҫтан дым бәреп торғанлыҡтан, сәскәләр ҡойола. Өсөнсөнән, сәскә атҡанда, һыуҙы һирәк һибергә кәрәк. Теплицала дымлылыҡ 60-70 проценттан артып киткәндә, сәскәләр һеркәләнмәйенсә ҡала. Дүртенсенән, сәскә атыу осоронда калий, фосфор менән туҡландырырға кәрәк. Япраҡтарына көл һыуы һирпеү ҙә яҡшы. Фитофтороз башланһа, помидор сәскәләре кибеп ҡойола. Сир таралмаһын өсөн теплица эсенә, ҡапҡасын асып, бер нисә һауыт йод ҡуйырға мөмкин.

 

Тәжрибәле баҡсасылар шундай кәңәштәр бирә. Ә һеҙ нимә кәңәш итер инегеҙ?

Автор:Резеда Валиева