Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
22 Апрель 2023, 18:55

Тәмле итеп бутҡа бешереп ашайыҡ!

Бутҡа ашайһығыҙмы, дуҫтар? Яратҡан бутҡағыҙ ниндәй?)Бутҡа бешереүҙең дә сере бар. Ҡарабойҙай бутҡаһы:1 стакан ярмаға 2 стакан шыйыҡлыҡ һалына, 15-20 минут бешә.

Тәмле итеп бутҡа бешереп ашайыҡ!
Тәмле итеп бутҡа бешереп ашайыҡ!



🍛Тары бутҡаһы:
1 стакан ярмаға 3 стакан шыйыҡлыҡ һалына, 45-50 минут бешә.

🍛Арпа бутҡаһы:
1 стакан ярмаға 2 стакан шыйыҡлыҡ һалына ю, 60 минут бешә.

🍛Манный бутҡаһы:
1-2 аш ҡашығы ярмаға 1 стакан шыйыҡлыҡ һалына, 4-5 минут пешә.

🍛Дөгө бутҡаһы:
1 стакан ярмаға 2-3 стакан шыйыҡлыҡ һалына, 15-20 минут бешә.

🍛Һоло бутҡаһы:
1,5 стакан ярмаға 1 л шыйыҡлыҡ һалына, 5-6 минут бешә.

Автор:Гульдар Кадаева