Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
12 Апрель 2023, 13:55

ҮҪЕНТЕ АШЛАЙБЫҘ

Үҫенте үҫә алмай, тупрағы ҡатып ултырғанда водород перекисын һыуға ҡушып һибегеҙ...

ҮҪЕНТЕ АШЛАЙБЫҘ
ҮҪЕНТЕ АШЛАЙБЫҘ

Үҫентеләрҙе күсереп ултыртҡанға тиклем ашларға кәрәкмәй. Сөнки тупраҡтың үҙ «ашы» әлегә уларға етә. Ә бына күсереп ултыртҡас, 10-12 көндән ашлама һибергә кәрәк.

Ашламаларҙы дымлы ергә һибеү яҡшыраҡ. 2 аҙна һайын ҡабатлау зарур.

Здравень, Биогумус (шыйығы) кеүек әҙер ашламаларҙан тыш, йод, водород перекисы ҡулланырға була. Әҙерҙәренең тышлығына ҡулланыу ысулы яҙылған. 2 аш ҡалағы водород перекисын 1 литр һыуға ҡушып һибергә. Үҫенте үҫә алмай интегеп, тупрағы ҡатып ултырғанда һибеү яҡшы.

Автор:Резеда Валиева