АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
17 Ғинуар 2023, 16:30

СОУСТА ТАУЫҠ ИТЕ

Киске ашҡа соуста тауыҡ ите әҙерләргә тәҡдим итәбеҙ.  Уның өсөн тауыҡ ите, һөт өҫтө, горчица, һарымһаҡ, сыр, тоҙ, борос кәрәк.

СОУСТА ТАУЫҠ ИТЕ
СОУСТА ТАУЫҠ ИТЕ

Соуста тауыҡ ите

Ингредиенттар:

Тауыҡ ите (филе) — 1 кг
Һөт өҫтө (сливки) — 1 сынаяҡ
Горчица — 1 сәй ҡалағы
Һарымһаҡ — 3 теш
Ҡаты сыр — 100 г
Үҫемлек майы
Тоҙ, борос

Әҙерләү:

1. Әҙерләү ваҡыты: 40 минут.
2. Духовканы 200ᵒ градусҡаса эҫетегеҙ. Итте борослап, тоҙлап алығыҙ.

  1. Табала итте һарғылт-көрән төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырығыҙ.
    4. Һөт өҫтөнә (сливки)һарымһаҡ иҙеп һалығыҙ, горчица өҫтәп, бер аҙ борос, тоҙ өҫтәп болғатығыҙ.
  2. Сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрегеҙ.
    6. Ҡурылған итте формаға һалығыҙ.
    7. Ит өҫтөнә әҙерләнгән соусты ҡойоғоҙ.
    8. Өҫтөнә сыр һибеп, духовкаға 20–25 минутҡа оҙатығыҙ. Оҙаҡ тотоп ҡуймағыҙ, һутлы булмаҫ.

 

Автор:Резеда Валиева