Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
7 Ғинуар 2023, 00:20

ЭРЕМСЕКЛЕ ТӘМЛЕКӘС

Хәҙер бик йыш дөрөҫ туҡланыу һөйләйҙәр, йәғни русса әйткәндә ПП. Шундай бер рецепт һеҙгә.

ЭРЕМСЕКЛЕ ТӘМЛЕКӘС
ЭРЕМСЕКЛЕ ТӘМЛЕКӘС


 180 г эремсек 5%,
1 йомортҡа,
25 г дөгө оно,
10 г ҡырылған сыр,
йәшел тәмләткестәр,
тоҙ.

Эремсек менән йомортҡаны блендер менән ҡушып иҙергә, дөгө оно ҡушырға, унан тоҙ, ҡырылған сыр, ваҡланған йәшел тәмләткестәр. Таҡтаға дөгө оно һибеп ебәреп, ҡалаҡ менән эремсекле массаны һалырға һәм шайба ише шарҙар әүәләргә. Эҫе ҡоро табала бешерергә.

Автор:Резеда Валиева