Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
5 Ғинуар 2023, 10:05

БӘЛЕШ

Курага, ҡуйыртылған һөт һәм сәтләүектән бәлеш бешерәйек әле.

БӘЛЕШ
БӘЛЕШ

Курага, ҡуйыртылған һөт һәм сәтләүектән бәлеш



ИНГРЕДИЕНТтАР:
Ҡамыр өсөн:
 Йылы һыу 100 мл
 Ак май 180 г ( бүлмә температураһында)
Йомортҡа 1 шт
 Һоро сүпрә 11 г ( сафмомент)
 Шәкәр 1 аш ҡалағы
Тоҙ ярты сәй ҡалағы
 Он 350-400 г ( ҡамыр күпме ала)
Ҡамыр 2 бәлешкә. Икенсеһендә курага урынына ҡара емеш һалырға мөмкин
.

ЭСЛЕК:
 Курага 300 г
 Әстерхан сәтләүеге 80-90 г
 Ҡуйыртылған һөт (Сгущёнка)

Әҙерләү тәртибе:

Иң элек эслек әҙерләйбеҙ. Кураганы яҡшылап йыуабыҙ, ҡайнаған һыуҙа бер нисә сәғәткә ҡалдырабыҙ. (ике сәғәткә мөмкин). 300 грамм курага – 200 мл һыу. Йомшарғас, ит турағыс аша йә блендерҙа иҙәбеҙ. Әҙ генә һыу өҫтәйбеҙ.

 

Ҡамыр баҫабыҙ.100 мл һыуға сүпрә һалабыҙ. Ҡабарғас, май, йомортҡа, тоҙ, шәкәр, он һала-һала ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп, йәйәбеҙ. Эслек һалабыҙ: беренсе ҡат – курага, икенсе ҡат – сәтләүек, унан – сгущенка. 180° ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 15-30 минутка ҡуябыҙ.

Был ҡамырҙан сметанник та бешереп була

 

Автор:Резеда Валиева