Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
21 Декабрь 2022, 11:45

Йүтәлде баҫыр өсөн

Һыуыҡ үткәреп йә киҫкен респиратор инфекция, киҙеү йоҡтороп йүткереп сирләгәндә элек-электән ошондай ысулды файҙаланғандарКәрәк:ярты килограмм ҡыҙыл һуғанярты килограмм шәкәр (әҙерәк алырға мөмкин)ике лимон1,5 литр һыуете ҡалаҡ яңы шыйыҡ бал.

Йүтәлде баҫыр өсөн
Йүтәлде баҫыр өсөн

Әҙерләү
1. Шәкәрҙе металл һауытта болғай-болғай иретергә.
2. Һуғанды ваҡ итеп турап шәкәргә ҡушырға ла, бер аҙ ҡыҙҙырып, тейешле һыуҙы өҫтәргә.
3.Һыуҙың өс өлөшө осоп бөткәнсә ҡайнатырға.
4. Массаны һыуытырға ҡуйырға.
5. Бал, лимон һуты өҫтәп яҡшылап болғатырға.
6. Ҡатнашманы төнгөлөккә ҡалдырырға.
7. Быяла һауытҡа һөҙөп алырға.

Ҡулланыу.
Шифалы эсемлекте ашар алдынан берәр ҡалаҡлап ҡына ҡулланырға кәрәк. Быны һауыҡҡансы эсергә була.

Халыҡ дауалау ысулдары кемгәлер сихәт килтерһә, икенселәргә килешмәүе лә ихтимал. Мәҫәлән, ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия була икән, тимәк, ул кешегә был дауаны ҡулланырға ярамай.
💥Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ👆🏻

Автор:Гульдар Кадаева