Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
20 Сентябрь 2022, 12:09

Балан бәлеше

Баланды таҙартып йыуалар, әҙерәк һыу, шәкәр ҡомо һалып бешереп алалар. Балан ҡуйы ҡыҙыл, әскелтем баллы булып бешә. Һыуынған баланды манный ярмаһы менән кисель (крахмал) ҡушып ҡамыр эсенә һалалар. Башҡа емеш-еләк бәлештәре кеүек бешерәләр.

Бер бәлешкә 600 гр. он, 150 гр. һыу йә һөт, 150 гр. май, бер йомортҡа, яртышар сәй ҡалағы сода һәм тоҙ кәрәк.

Эслек өсөн: 600 гр. балан, 300 гр. шәкәр ҡомо, 3-әр аш ҡалағы манный ярмаһы һәм кисель (крахмал).

ә һеҙ балан бәлеше яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева