Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
19 Сентябрь 2022, 13:45

Һары сливанан ҡышҡылыҡҡа тәмле генә ҡайнатма яһайыҡ

Һары сливаның таман бешкән генә сағы.

1 кг слива иҫәбенә 1,2 кг шәкәр ҡомо алына.
Төштәренән таҙартылған сливаның өҫтөнә шәкәр ҡомоноң яртыһын һалып төнгөлөккә ҡалдырып торабыҙ. Иртәгәһенә утҡа ҡуйып ҡайнап сыҡҡас 5 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа, уттан алабыҙ. Тулыһынса һыуынғас тағы ла шул процедураны ҡабатлайбыҙ. Өсөнсөгә ҡайнатыр алдынан ҡалған шәкәрҙе ҡушабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡансы утта тотабыҙ. Шәкәре ирегәнсе бер нисә тапҡыр болғатып та алабыҙ.
Артабан стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябып ҡуйырға ғына ҡала.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

ә һеҙ слива вареньеһы яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева