Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
13 Сентябрь 2022, 11:44

Кишерҙән салат

Кишерҙе ҡайҙа итергә белмәһәгеҙ, еңел генә эшләнә торған салат яһағыҙ. Бик тәмле килеп сыға!

Кишерҙән салат

Ингpeдиeнттар:
2 кг кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә
100 г һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәрергә
300 г татлы боросто һалам итеп турарға
150 г шәкәр
100 мл yкcyc 9 %-лы
400 г тoмaт пacтаһы
250 мл көнбағыш майы
 0,5 сәй ҡалағы ҡара борос
2 аш ҡалағы тоҙ

Әҙерләү:

Барыһын да бергә ҡушып болғап, утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас болғата-болғата 40 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып һыуынғансы төрөп ҡуйырға.

ә һеҙҙең быйыл кишерегеҙ уңдымы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева