АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
28 Август 2022, 18:24

Ҡышҡыға ҡыярҙан салат

Был рецепт бик уңайлы, еңел эшләнә торған ризыҡ.

2 кг ҡыяр – түңәрәкләп турарға

230 г. укроп – турарға

7-9 аш ҡалағы уксус

12 аш ҡалағы көнбағыш майы

1 теш һарымһаҡты иҙергә

1 аш ҡалағы тоҙ

3 аш ҡалағы шәкәр

Бөтәһендә ҡушып кәстрүлгә һалырға һәм болғатырға ла 3-4 сәғәткә ситкә ҡуйып тоторға. Унан һуң һүрән утҡа ҡуйып ҡайнатырға һәм ҡайнап сыҡҡас 5 минут болғатырға кәрәк. Утын һүндергәс стерилләнгән банкаларға һалып һәр береһенә 1-әр лавр япрағы, бер нисә борос бөртөгө төшөрөп банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ябабыҙ ҙа төрөп ҡуябыҙ.

ә һеҙ ҡышҡыға ҡыярҙан салат эшләйһегеҙме?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева