Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
27 Август 2022, 09:19

Әйҙә пицца бешереп ашайыҡ!

Уны бешереү өсөн мейес тә, духовка ла кәрәкмәй. Уны газ йәки электр плитәһендә, табала ғына бешерәбеҙ.

Пицца өсөн 2 йомортҡа, 4-әр аш ҡалағы майонез менән ҡаймаҡ, 9 аш ҡалағы он, сыр, колбаса, бәшмәк, помидор кәрәгә. Әммә эслекте һәр кем үҙенә оҡшағанса йәки һыуытҡыстаҡы запасына ҡарап әҙерлй ала.

Йомортҡаны, ондо, ҡаймаҡ менән майонезды бергә болғайбыҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр килеп сыға. Уны табаға ҡоябыҙ ҙа, эслекте һалабыҙ. Иң өҫкә ҡалын итеп ҡырылған сыр һалабыҙ ҙа, табаны плитәгә ҡуябыҙ. Ҡапҡасын ябырға онотмағыҙ. Сыры иреһә, пицца әҙер.

Пицца ла, уға ҡушып эскән сәйегеҙ ҙә тәмле булһын!

ә һеҙ пицца яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева