АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Август 2022, 14:55

Еп-еңел, йылдар дауамында өйрәнелгән рецепт

Тоҙло ҡыяр яратааам..Ҡытырлатыптырып ашарға. Ярылып ҡына бешкән картуф, тоҙло балыҡҡа ҡушыптырып...Мммм...Тәмле, ивет. Шул тәмлекәстең рецебын һеҙҙең менән бүлешмәһәм, яҙыҡ булыр))) Еп-еңел, йылдар дауамында өйрәндерелгән рецепт. Хәйер, мин өйрәнгән ғәҙәтемде алыштырырға яратмайым, шуға башҡа төрлө итеп эшләп ҡарағаным да юҡ. Башта ҙур кәстрүлгә һыу ҡайнатырға ҡуям. Шунан 3 литрлыҡ банкаларҙы сода менән йыуам, төбөнә йәшел тәмләткес үләндәр, лавр япрағы, һарымһаҡ, магазиндан алған тәмләткестәрҙе (Мин "Приправыч"ты яратам) һалам. Аҙаҡ, ҡыяр, помидор, һуған, кишер, ташҡабаҡ, һарымһаҡ теше, татлы йә әсе борос, ҡайһы берҙә бәләкәй киҫәктәргә турап кәбеҫтә лә тултырам. Эре помидорҙы урталай, йә дүрткә теләм. Банкалар тулғас өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоям да, 20 минутҡа ултыртып ҡуям. Ваҡыт үткәс, һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып яңынан ҡайнатырға ултыртам. Ул арала йәһәт кенә һәр банкаға 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ өйөбөрәк тоҙ һалып сығам, һыу ҡайнағас, тағын банкаларға ҡоям. Әлеге лә баяғы 20 минуттан кире кәстрүлгә бушатам. Инде өсөнсө тапҡыр ҡайнап сыҡҡан тоҙлоҡто (маринадты) банкаларға ҡойорға ла, банка тулыр саҡта ғына 3 ҡалаҡ аш һеркәһе (9%) өҫтәп ябырға ҡалды))) Аҙаҡ бөтәһен бергә баш түбән әйләндереп, берәй нәмә менән ҡаплап ҡуям. Өс тапҡыр һыуҙы ҡайнатыуы ғына мәшәҡәт күренә, әммә уның ҡыяр-помидор-кишер-һуғаны ғына түгел, тоҙлоғо ла ныҡ тәмле)))

Еп-еңел, йылдар дауамында өйрәнелгән рецепт
Еп-еңел, йылдар дауамында өйрәнелгән рецепт

🌺🌺🌺икенсе вариант )))Өс литрлы банкаларҙы өҫтә яҙғанса тоҙланым, ә бәләкәй банкаларҙы саҡ ҡына икенсе төрлө. Башта 4,5 литр һыу ҡайнаттым. Бәләкәй банкаларға ҡыяр-помидор, ташҡабаҡ, һуған, кишер, һарымһаҡты тултырып, төрлө тәмләткестәр һалдым да, ҡайнар һыуҙы ҡойҙом. Ике тапҡыр кире бушатып ҡайнатҡандан һуң тоҙлоҡ (маринад) эшләнем. Бының өсөн кәстрүлгә бер стакан шәкәр, ярты стакан тоҙ, 200 мл аш һеркәһе һалып ҡайнаттым. Һеркәне иң аҙаҡ һалдым. Ҡайнап сыҡҡас өсөнсөгә ҡойҙом да, ҡапҡастар менән яптым. Аҙаҡ баштүбән әйләндереп, ҡаплап бер мөйөшкә ултырттым. Икенсе көнөнә һыуытҡысҡа алып ҡуйҙым. Был юлы 2 литрлы банкалар яптым, йәмғеһе 6 банка булды.
P.S. йодированный тоҙ һалырға ярамай икәнен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер инде)


Автор:Гульдар Кадаева