АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
2 Декабрь 2022, 08:25

МӨХӘББӘТЕ БУЛҒАН АЛТЫНҒА...

Яңғыҙаҡтар бик күп... Һуңғы ваҡытта интренеттан танышыу ҙа «мода»ға инеп китте. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 50 йәшлек ханым да шулай үҙ ишен табырға уйлағандыр. Әммә...

МӨХӘББӘТЕ БУЛҒАН АЛТЫНҒА...
МӨХӘББӘТЕ БУЛҒАН АЛТЫНҒА...

Баймаҡ ҡалаһында полицияға урлашыу тураһында ғариза менән 50 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсылары шунда уҡ зыян күреүсенең яңы танышын шик аҫтына алған. Улар ғәйепләнеүсене - быға тиклем хөкөм ителгән 23 йәшлек егетте ҡулға алған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ғәйепләнеүсе менән интернетта танышҡан. Интернет аша яҙышыуҙар бер нисә осрашыуҙарға килтергән. Ир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күреүсенең ышанысын яулап өлгөргән. Һуңғы күрешеүҙә уның өйөндә документтар ҡалдырғанмын, тип килгән ул. Ханым ирҙе өйгә индергән, үҙе магазинға киткән. Бер үҙе генә ҡалғас, енәйәтсе үҙе таба алған ҡиммәтле биҙәүестәрҙе, шулай уҡ иҫке аяҡ-кейемде һәм куртканы алған. Таланған әйберҙәре менән ул Өфөгә юлланған, унда уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Ошо ваҡытҡа егет биҙәүестәрҙе һатырға һәм яңы телефон һатып алырға өлгөргән. Урланғандарҙың бер өлөшө тартып алынған.

Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото:БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Сығанаҡ:https://haibh.ru/news/kh-l-va-i-alar/2022-11-29/50-y-shlek-hanym-y-sh-eget-men-n-internet-asha-tanyshyp-3050246

Автор:Резеда Валиева