АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
30 Июнь 2022, 10:05

ДАРЫУ БУШЛАЙ БИРЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ

Прокуратура ярҙамға килгәндән һуң ғына инвалид балаға бушлай дарыуҙар бирелгән...

ДАРЫУ БУШЛАЙ БИРЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ
ДАРЫУ БУШЛАЙ БИРЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ

Инвалидҡа ярҙам иттек

Сибай прокуратураһына льготалы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән әсә кеше мөрәжәғәт итте. Уның 16 йәшлек инвалид ҡыҙы бик һирәк ауырыу менән яфалана. Үҫмер кәрәкле дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителергә тейеш. Әммә балаға тейешле медикаменттар бирелмәгән.

Ҡала прокуратураһы судҡа ғариза ебәреп, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан инвалид баланы өҙлөкһөҙ дарыу менән тәьмин итеүҙе талап итте.

Прокуратура талабы ҡабул ителде. Медицина учреждениеһы кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алды һәм пациентҡа тапшырҙы.

Л.Э.Исхаҡова-Папикян.

 

Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: