Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Ғинуар 2022, 14:15

Сағыштырмаса тыныс үтте

Яңы йыл каникулында Сибай ҡалаһының бөтә ойошмалары һәм хеҙмәттәре лә оҙайлы ял итә алманы. Ун көн дауам иткән ял осоронда Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы бүлегенә төрлө хәлдәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 307 мөрәжәғәт булған. Һөҙөмтәлә 15 енәйәт эше ҡуҙғатылған, талау, автомобиль ҡыуыу, эскән килеш транспорт йөрөтөү, 7 уғрылыҡ осрағы теркәлгән.

Сағыштырмаса тыныс үтте
Сағыштырмаса тыныс үтте

--Яңы йыл байрамы һәм каникул осоронда полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ял булманы. Тәүлек әйләнәһенә дежурство ойошторолдо, шул иҫәптән күмәк саралар уҙғарылған ерҙәрҙә тәртип булдырҙыҡ. Был осорҙа ҡурҡыныс енәйәттәр ҡылынманы, -- ти Сибай полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Фәрит Назаров. --Хәл тотороҡло булды. Дөйөм алғанда 2021 йылда ҡалала ҡылынған енәйәттәрҙең 115 осрағында төрлө кимәлдәге мутлыҡ ҡылыу булыуы күңелде ҡыра. 70 осраҡта банк картаһынан аҡса юғалған. Ошонан сығып сибайҙарҙы тағы ла берҙе иҫкәртәм: берәүгә лә банк картаһының белешмәләрен бирмәгеҙ.

Банк хеҙмәткәрҙәре клиенттарының карталары менән бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынмай. Авито, башҡа социаль селтәрҙәрҙә берәй нәмә һатҡанда, һатып алғанда бик иғтибарлы булығыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ социаль селтәр аша аҡса һорай икән, шылтыратып хәлен һорамайынса аҡса күсермәгеҙ. Төрлө пирамидаларҙан да һаҡ булығыҙ. Күптәр Финико буйынса һаман мөрәжәғәт итә. Был ойошманың пирамида булыуын баштан иҫкәрттек. Бушлай сыр тик тәпелә генә булыуын онотмағыҙ.

Байрам осоронда янғын һағы, ҡотҡарыусылар хеҙмәте лә көсөргәнешле эшләне. Янғын һүндереүселәр 13 саҡырыу алған, шуларҙың ике осрағында ут ялмап алған биләмәгә булған.

--1 ғинуар төнгө сәғәт икелә Дзержинский урамында шәхси йортҡа ут ҡапты. Беҙҙең хеҙмәттең тиҙ һәм етеҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә янғын ваҡытында ауыҙлыҡланды. Үлем осрағы һәм ҡазаланыусылар юҡ. 8 ғинуарҙа Блюхер урамында мунса янды. Янғындың сәбәбе – мейесте ҡыҙыу яғыу. Әле тикшереү эше бара, -- тине 45-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Радмир Батталов

Каникул осоронда янғын һағы профилактикаһы эше туҡтатылманы. Хеҙмәткәрҙәр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар ҙа ойошторҙо.

 

Махсус комиссия күп балалы имен булмаған ғаиләләр буйлап йөрөнө, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләрҙең торлаҡтарына барҙы. Хеҙмәткәрҙәр янғын һағы ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген иҫкәртте, буклеттар таратты, извещателдәрҙең эшләү-эшләмәүен тикшерҙе. Йылытыу миҙгеле осоронда ҡалалаштарҙы бик һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын ҡулланмаҫҡа, мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ.

 

Сағыштырмаса тыныс үтте
Сағыштырмаса тыныс үтте
Автор:Гульдар Кадаева