Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Июль 2021, 16:30

Аҡылдан яҙған...

Тимәк, ул төрмәгә түгел, дауаханаға ебәрелә...

Аҡылдан яҙған...
Аҡылдан яҙған...

Ҡазан мәктәбендә 11 майҙа балаларға һәм уҡытыусыларға ут асҡан Илназ Ғәләүиевты хөкөм итмәйҙәр, сөнки уны аҡылдан яҙған тип танып, мәжбүри дауалауға ебәрәләр.

Бынан алда Тәфтиш комитеты Ғәләүиевҡа баш мейеһе сире тигән диагноз ҡуйылыуы, ләкин уның психиатрҙа һәм наркологта иҫәптә тормауы тураһында хәбәр иткәйне. Егеткә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янай ине.

Ауырыу бар нәмә. Тик ниңә аҡылдан яҙған кешегә ҡорал һатҡандар? Аңлашылып етмәй шул...

Ә ғәзиз балаларын юғалтып, аҡылдан яҙа яҙып, ҡара ҡайғыға батыусыларға ни эшләргә? Ошондай "атышырға яратыусылар" иректә булғанда, тыныс йәшәп булырмы һуң?

Автор:Резеда Валиева