Сибайҙа 1 миллион һумлыҡ ялған кейем һәм аяҡ кейеме партияһын тартып алғандар. Белов урамында урынлашҡан магазинда популяр бренд логотибы төшөрөлгән аяҡ кейемдәре, спорт кейемдәре һатылған. Полиция 50 комплект кейем, 20 кепка, 100-ҙән ашыу кроссовки тартып алған.
Шулай итеп, шәхси эшҡыуар енәйәт эше фигуранткаһы булып тора. Тауарҙар экспертизаға ебәрелгән.
Ошондай уҡ хәл баш ҡалабыҙҙа ла була. Өфө магазиндарының береһендә сертификатһыҙ кейем һәм аяҡ кейеме һатыуҙары асыҡланған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты активистары мониторинг үткәргән. Улар ошо магазиндан билдәле брендтың логотибы төшөрөлгән футболка алған. Сифаты шик тыуҙырғас, һатыусынан тауарҙың документын һорағандар. Сиртификат булмай сыға. Әлеге маркалағы кейемдәр, аяҡ кейемдәре бында күп була.
Активистар полиция саҡырта. Әле сауҙа нөктәһендә контрафакт тауарҙарҙы тартып алыу буйынса эш башланған, бында улар 1500 берәмектән ашыу.
“Хәүефһеҙ республика” 2020 йылдан эшләй. Әлегәсә 1000 мониторинг үткәрелгән. Проект контрафактҡа, суррогатҡа һәм башҡа легаль булмаған продукцияға ҡаршы көрәшә.
--Уҙған йыл 200-ләп сара үтте. Уның 40-һында ҡағиҙә боҙоу асыҡланды,--ти проект координаторы Антон Буфетов.
Бындай намыҫһыҙ һатыусыларға ҡаршы һәр кем көрәшә ала, бары тик магазинда уяу булырға кәрәк. Шикле тауар осраһа, шунда уҡ сертификат һорағыҙ. Күрһәтмәйҙәр икән, полиция саҡыртаһығыҙ.