Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
13 Октябрь 2017, 13:06

БАҠСАСЫЛЫҠ ҺӘМ ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК ТУРАҺЫНДА ЯҢЫ ФЕДЕРАЛЬ ЗАКОН

Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек тураһында яңы федераль закон ғәмәлгә инә. Үҙгәрештәргә иғтибар итергә саҡырабыҙ.

1. Баҡса йорттары бөтөрөлә. Нимә үҙгәрә?
Ысынлап та, 2019 йылда ғәмәлгә инәсәк яңы 217-се Федераль законға ярашлы, ҡаланан ситтәге хужалыҡтарҙың коммерциялы берекмә булмаған ике төрө генә тороп ҡала—коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ һәм коммерциялы булмаған йәшелсәселек ширҡәттәре. Әлеге закон буйынса уларҙың һаны 9-ға етә, әммә шуларҙың икәүһе генә ғәмәлдә ҡулланыла. Һөҙөмтәлә, шул икәүһе ҡала ла инде.
Иң мөһиме, граждандар шуны белергә тейеш: баҡсасылыҡ ширҡәтендәге участкала йорт төҙөргә рөхсәт ителә, ә йәшелсәселеккә тәғәйенләнгән ерҙә һарай, уңыш, көрәк-һәнәк һәм башҡа инвентарҙар һаҡлау өсөн көнкүреш урыны ғына эшләргә мөмкин. Һәр ваҡыт шулай булды тип тә әйтерҙәр. Айырма шунда: баҡсасылыҡ-баҡса өйҙәре берекмәләре хужаларына документтарын үҙгәртеп, «баҡса өйө»нән баҡсасылыҡҡа, йәки кооперативтарҙан ширҡәттәргә әүерелергә кәрәк. Был процедура ябай баҡсасыларҙың түгел, рәйес һәм идаралыҡ етәкселәренең иңенә һалына. Шуға күрә, ойоштороу-хоҡуҡи формаларҙы яңынан үҙгәртеп теркәү эштәре милекселәргә уңайлы һәм артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмай.
Тағы шуны күҙ уңында тотоу мөһим: законда баҡса өйө торлаҡ була ала тип яҙылған. Торлаҡ—йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған йорт. Унда, йәшәгән урын булараҡ, рәсми теркәлергә лә була.
2. Яңы норма: баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек сиктәре—бер ширҡәт. Һүҙ нимә тураһында?
Эйе, законда ҡаралғанса, сиктәш ятҡан баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек өсөн бүленгән ер участкалары милекселәре бер генә ширҡәт—баҡсасылыҡ йәки йәшелсәселек коммерциялы булмаған ширҡәт кенә ойоштороу хоҡуғына эйә. Был норма дөрөҫ, сөнки ни тиклем ширҡәттәр аҙ булһа, дөйөм милек менән ҡулланыу тәңгәлендә бәхәстәр шул тиклем кәмей. Ширҡәт берәү генә икән—бөтә нәмә аныҡ һәм аңлайышлы була. Шулай уҡ баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәре күсмәй торған милектең бер төрө булыуын да иҫтән сығарырға ярамай.
3. Иғәнәләрҙең төрө ағза булған өсөн һәм маҡсатлыға бүленә. Был аҡсалар ниндәй күләмдә, кемдән һәм нимә өсөн йыйыла?
Элек берекмәгә ингән өсөн, ағза булған өсөн, маҡсатлы һәм пай, тағы өҫтәлмә иғәнәләр күп булды. Киләсәктә уның ағза булған һәм маҡсатлыһы ғына тороп ҡала. Иғәнәне ширҡәт ағзалары ла, ағза булмағандар ҙа түләйәсәк. Яңы законға ярашлы, ширҡәттә тормайынса ла баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнергә рөхсәт ителә. Үҙ алдына йәшелсә-емеш үҫтереүселәр ҙә дөйөм милек ҡулланыусылар менән бер рәттән юлдарҙы ремонтлауға, сүп-сарҙы түгеүгә аҡса түләйәсәк.
Иғәнәләр ниндәй маҡсатҡа тотоноласаҡ? Законда аҡса ебәреләсәк аныҡ исемлек бар. Тимәк, иғәнә һалым түләүгә, дөйөм ҡулланыу мөлкәтен һатып алыуға, уны һаҡлауға, капиталь төҙөлөштәр объекттарына ағымдағы һәм капиталь ремонт уҙғарыуға, ширҡәттең хеҙмәттәренә һәм эштәренә йүнәлтелә.
Тағы бер өҫтәмә—ағзалар иғәнәне ширҡәттең расчет иҫәбенә индерә. Уның күләме һәм аҡсаны күсереү ваҡыты ширҡәттең дөйөм йыйылышы ҡарары менән билдәләнә.
Һәр теләгән кеше финанс-иҡтисади хәлде, бухгалтер отчеттарын күҙәтеп бара ала һәм ул шулай уҡ ширҡәттең бөтә документтарының күсермәләрен талап итеү хоҡуғына ла эйә.
4. Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселеккә ярҙам итеү муниципаль программалар ҙа булдырыласаҡ. Уларҙың тормошҡа ашырылыуы өсөн кем яуаплы?
Законда баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселектең социаль әһәмиәте айырым билдәләнә. Шуға ла был йүнәлешкә дәүләт власы һәм муниципалитеттар айырым иғтибар бүлергә тейеш. Урында муниципаль программалар ҡабул ителергә һәм эшләргә бурыслы. Субъекттарҙың дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ширҡәттәрҙе йылылыҡ, электр уты, һыу, газ, яғыулыҡ, һыу селтәре, кадастр эштәрҙе уҙғарыуға финанслауҙы ла үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
5. Элекке баҡса йорто участкалары хужаларына ерҙәрен ҡабатлап теркәргә кәрәк буласаҡмы?
Берҙәм дәүләт реестрының милеккә ҡағылышлы документтарында «баҡса ер участкаһы», «баҡсасылыҡ өсөн», «баҡса үҫтереү өсөн», «баҡса йорто өсөн ер участкаһы», «баҡса йорто хужалығын алып барыу өсөн» һәм «баҡса йорто төҙөү өсөн» бүленгән ер участкалары бер тиң булып ҡарала. Ошондай ҡулланылышлы ерҙәр баҡса ер участкалары тип иҫәпләнә. Шуға күрә шәхси милекселәргә ерҙәрен кире теркәргә кәрәкмәй.
Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары—Росреестр етәксеһе Виктория Абрамченко:
«Закон баҡсасылыҡ, йәшелсәселек берекмәләр эшмәкәрлектәренә үҙгәрештәр индереп кенә ҡалмай, уларҙың ойоштороу эштәрендә тәртип тә урынлаштыра: баҡсасылыҡ йәки йәшелсәселек ширҡәттәренең ойоштороу-хоҡуҡи формаларын асыҡлай, етәкселек органдарын контролдә тота, дөйөм милек менән ҡулланыуҙың, иғәнә түләүҙең ҡағиҙәләрен билдәләй. Закон шулай уҡ теге йәки был ер участкаларында төҙөләсәк объекттарҙың сиктәрен күрһәтә. Иң мөһим үҙгәреш—ширҡәт ағзаһы булған һәм бер берекмәгә лә ҡарамаған үҙаллы баҡсасыларҙың мөнәсәбәтен көйләү ҡағиҙәләре. Бер яҡтан бығаса бер кемгә лә бойһонмаған, ҡарамаған үҙаллы баҡсасылар инфраструктура объекттары менән ҡулланыуға килешеү төҙөй. Шунда уҡ дөйөм милек менән ҡулланған өсөн түләүҙең мөһимлеге ябай һәм асыҡ итеп аңлатыла. Законға ярашлы, льготалы категорияға ҡараған айырым граждандарға баҡса һәм йәшелсәселек өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр биреләсәк.
Читайте нас: