5 октябрь—Уҡытыусылар көнө
Шулай йәш ҡыҙға Юлдыбай мәктәбенең атаҡлы химия-биология уҡытыусыһы Рәйсә Мирфәйзи ҡыҙы Рәмова оло маяҡ була.
-Тыуған ауылымда, туған мәктәбемдә эшләүемә ҡыуанам. Бәхетте ситтән эҙләмәнем: БДУ-ның Сибай институтының химия-биология бүлеген тамамлағас та Юлдыбайға ҡайттым һәм 25 йылға яҡын ошонда эшләйем,--ти Фәниә Зиннур ҡыҙы.-Ғүмерлек йәрем дә ауылдашым. Ирем Айнур Зиннур улы Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан ине өйләнешеп, матур итеп донъя ҡорҙоҡ.
Рамаҙановтар 5 балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Байрасҡа 21 йәш. Ул Сибай күп тармаҡлы профессиональ коллежда программист һөнәрен үҙләштергән. 19 йәшлек Нәркәстәре Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын “ҡыҙыл” дипломға тамамлап, эшләп йөрөй. 13 йәшлек Мирас, 8 йәшлек Ильяс ауыл мәктәбендә уҡыһа, бәләкәстәре Илсиәгә 5 йәш. Күп балалы ғаилә 2007 йылда торлаҡ шартттарын яҡшыртыуға йәштәр программаһы буйынса субсидия алып, шәхси йорт һатып алған.
-Беҙҙең ауылда йәшәргә була: юл эсе, эш бар. Мәктәпкә ашҡынып барам, уҡыусыларым дәрестәремде көтөп ала. Күп кенә уҡыусыларым табип һөнәрен һайланы, башҡа өлкәләрҙә тырышып эшләйҙәр. Уҙған уҡыу йылында 10-сы класса уҡыусыһы Камелия Хәйруллина экология буйынса район предмет олимпиадаһында еңеп, республика кимәлендә төбәк намыҫын яҡланы,--тип уңыштары менән бүлеште уҡытыусы.-8 Б класында класс етәксеһемен, уҡыусыларым менән мәж килеп коллектив тормошон йәмләүгә, йәнләүгә арналған саралар уҙғарабыҙ. Хәҙер мәктәптәрҙә “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҡыусыларға белем биреү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла.Беҙҙең мәктәптә лә күптән “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшләп килә. Тик химия, биология лабораторияларының йыһазландырылышы тағы ла яҡшыраҡ булһа, төрлө тәжрибәләр уҙғарыу мөмкинлеге лә киңәйер ине.
Уҡытыусының эше еңелдән түгел. Быны Фәниә Зиннур ҡыҙының яҡындары яҡшы аңлай. Ире һәр яҡлап терәк булырға тырышһа, атаһы, ҡәйнәһе бәләкәй балаларын ҡараша. Өлкән балалары ла ата-әсәһенә һәр яҡлап таяныс.
Тырыш уҡытыусы, күп балалы әсә, уңған хужабикә Фәниә Зиннур ҡыҙын һөнәри байрам менән ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ!
Гөлдәр Ҡадаева.