Төйәләҫ ҡасабаһында һуғыш осоро балаларын саҡырып, уларҙы ҙурлап, күрһәткән эштәрен тағы ла бер хәтерләп, ҡайһылары бер-береһен күрмәй, бер ауылда йәшәһәләр ҙә осраша алмағандарҙы осраштырып-ҡыуандырып, оло йәштәгеләр осөн Д.А. Агеева ағинәйҙәр менән берлектә матур бер байрам үткәрҙе. Туғыҙ һуғыш осоро балалары янына 1987 йылдан алып бергә эшләп, пенсияға сыҡҡас та һаман осрашып торған һуғыш осоро балаһы булған коллегам тип Дзидра Арнольдовна мине лә саҡырҙы. Төйәләҫ мәктәбендә эшләп йөрөгән сағымда класс сәғәттәренә, класта үткәрелгән кисәләремә саҡырылған апайҙарҙың, имен-һау һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ағайҙарҙың ҡайһылары хәҙерге көндә әхирәткә лә күскән икән (урындары ожмахта булһын), ә иҫән-һауҙары менән күрешеп, хәл белешеп алдыҡ.
Был осрашыу Сағиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназарова менән Дзидра Арнольдовна Агееваларҙың ҡаршылыҡтарға ҡарамай, әрһеҙлектәре, ныҡышмалылыҡтары арҡаһында асылған мәктәп музейында үткәрелде. Бәләкәй генә йылы бүлмәлә ҡунаҡ булыу үҙе бер кинәнес булһа, музейҙағы йыйылған әйберҙәр, унда тупланған мәғлүмәттәрҙең әҙ генә ваҡыт – барлығы 10 ғына йыл – эсендә йыйылыуы һоҡландырҙы, коллегаларымдың уңғанлығы менән ғорурланып ултырҙым.
Бәләкәй төпкө бүлмәлә (түрбаш тип тә атайҙар) башҡорт халҡының тормош - көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәт үҙенсәлектәре күрһәтелһә, ҙур бүлмәлә – залда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, илебеҙҙе һаҡлап һәләк булған, имен-аман әйләнеп ҡайтҡан һуғыш ветерандары, Төйәләҫ мәктәбендә тәү тапҡыр эшләп киткән директорҙарҙан алып бөгөнгө көндә эшләгән директорҙар, мәктәпкә эшкә килеп, эшләп киткән уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре тураһындағы яҙмалар урын алған. Атай-олатайҙары, апай-ағайҙары, инәйҙәре хаҡында яҙылған папкалар ауыл халҡы йәштәре өсөн ҡомартҡы тип әйтер инем. Музейҙы байытыуҙа С.М. Байназарова менән Д.А. Агееваға ауыл халҡы, ағинәйҙәр ҙә ярҙам күрһәткән. Музей асылғанға тиклем мәктәптең исеме булманы. Ул 11-се мәктәпкә тәүге директорҙың исемен ҡушырға кәрәк тип Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы тәҡдим иткән, башҡалар ҙа был фекерҙе күтәреп алған. Хәҙер С.М. Байназарова мәктәпкә М.Х. Халиков исемен биреүҙе юллай башланы.
Һуғыш осоро балалары менән осрашыуға Сибайҙан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар—Хәмитова Ф.З., Идрисов Р.Х., Долганова З.П., Шагеева М.Ш., Байназарова С.М., депутат Д.А. Назаровтың ярҙамсыһы һәм Төйәләҫтән Исламбаев И.И.
Ҡунаҡтар ҙа, Д.А. Агеева ла һуғыш барған ауыр мәлдә балаларҙың өлкәндәр менән бер рәттән һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, еңеүҙе яҡынайтыр өсөн аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, уҡыуҙы ла ташлап эшләй башлаған балаларға – бөгөнгө көндә өлкән йәшкә еткән апай-ағайҙарҙы ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйтеп ҡыуандырҙы. Улар үҙ сираттарында сығыш яһаусыларға рәмәттәрен белдерҙеләр.
2022 йылда Сибайҙа «Һуғыш осоро балалары» тигән ойошма асылғайны. Ул Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова етәкселегендә эшләп килә. Бөгөнгө көндә 2200 һуғыш осоро балаһы иҫәпләнә. Урындағы «Алға, Сибай!» ойошмаһы председателы Д.А. Назаров спонсор ярҙамы күрһәтә. 2022 йылдың ғинуар айынан алып ай һайын 80, 85, 90, 95 йәшлек һуғыш осоро балаларының юбилейҙарын үткәреп киләләр. Беҙҙе – сентябрҙә тыуғандар – 9-сы мәктәптә ҡотлап, Долганова З.П. үҙе ише балаларҙың һуғыш ауырлыҡтарын күреүҙәре тураһында һөйләп, башҡалар сығышын тыңлап, концерт ҡарап, «Алға, Сибай!» бүләктәрен, рәхмәт хатын алып шатланғандарыбыҙ уңайы сыҡҡанда шундағы һуғыш осоро балалары исеменән ойоштороусыларға һәм мәктәп директорына унда беҙгә концерт күрһәткән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Декабрҙа тыуғандарҙы ҡала музейында ҡотлаясаҡтар.
Саҡырылған ҡунаҡтар Төйәләҫтәге 9 һуғыш осоро балаларына «Алға, Сибай!» ойошмаһы бүләктәрен, Рәхмәт хатын тапшырҙылар.
Ауылда Рима Ғәзимова етәкселегендә ағинәйҙәр ихлас эшләп йөрөй. Улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр, ҡул эштәренә лә өйрәтәләр, төрлө сараларҙа ҡатнашалар, ҡайһы бер эштәре музейҙа ла ята. Был осрашыуҙа ағинәйҙәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла булды. Р.Ғәзимова үҙ ҡулы менән эшләгән сергеташты ат ярыштарында ҡатнашҡан, беренселекте алған Айнур Исхаҡовҡа тапшырҙы.
Уҡыусылар Сибай ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың, уҡытыусылары И.И. Исламбаевтың, ветеран педагогтарҙың, ошонда ҡатнашҡан йәштәрҙең һөйләгәндәрен тыңланы. Балалар эш кешеһенең ил алдында күрһәткән батырлыҡтары, хеҙмәттәре онотолмай, маҡтауға лайыҡ икәнде күреп, ишетеп ултырҙылар. Музейҙағы осрашыу уҡыусылар өсөн бер тәрбиәүи дәрес булды.
Оло йәштәгеләрҙе осраштырып, балаларға арыу һабаҡ булған байрам үткәргән яратҡан уҡытыусылары Агееваға ауылдаштарының рәхмәтен еткерәм.
Мәхийәнова Гәүһәр Абдулла ҡыҙы.